Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Май 2021, 15:30

Баймаҡ уҡсыһы еңеү яуланы

#һаҡмар_спорт

Баймаҡ уҡсыһы еңеү яуланы
Кисә Әбйәлил районының Ҡужан ауылының Өлтөк ҡарағастар янындағы майҙанда традицион яндан уҡ атыу буйынса ярыш үтте. Унда Учалы, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан һәм Белореттан 26 уҡсы көс һынашты. Ярышта Программала ир-егеттәр 70 метрҙан, ә ҡатын-ҡыҙҙар 55 метрҙан Төрөк Путаһынан атыу булды. Уҡсылар 8 уҡмегән 10 тапҡыр атҡандан һуң иң мәргән 8 һайлап алынды. Көсөргәнешле ярышта Баймаҡ районының Ғәфүр Рахманғолов ышаныслы еңеү яуланы. 2-се һәм 3-су ырындарҙы Бөрйәндән аталы-уллы Салауат менән Дим Юлбирҙиндар алды.
Ярышта шулай уҡ тиҙ атыш та ойошторолдо. Унда Рәис Низаметдинов еңеү яуланы.
Лилиә Такаева.
Читайте нас