Спорт
19 Апреля 2021, 03:55

Айгүзәл - афарин!

Ишей башланғыс белем биреү мәктәбенең 1класс уҡыусыһы Ҡарасурина Айгүзәл республиканың ирҙәр ҡоро тарафынан иғлан ителгән "Минең атайым - минең батырым " иншалар конкурсында ҡатнашып, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтан Диплом һәм иҫтәлекле бүләк алып һөйөндө.#ҺаҡмарҙанЯңылыҡ

Добавить в предпочтительные источники Google
Ишей башланғыс белем биреү мәктәбенең 1класс уҡыусыһы Ҡарасурина Айгүзәл республиканың ирҙәр ҡоро тарафынан иғлан ителгән "Минең атайым - минең батырым " иншалар конкурсында ҡатнашып, республика этабында призлы урынға сыҡты. Еңеүселәр ҡорға саҡырылды. Баймаҡ районы делегаттары араһында Айгүзәл дә атайы Мөхтәр Нуриман улы менән ошо сарала ҡатнашып ҡайтты. Ул РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтан Диплом һәм иҫтәлекле бүләк алып һөйөндө.
Әйтергә кәрәк, был сара Башҡортостанда тәү тапҡыр ойошторолдо һәм уның төп бурыс – ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ойошманың проекттары координаторҙары берлеген төҙөү, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, уларҙың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыу, ир-егеттәрҙе ҡала, район һәм ауылдарҙың йәмәғәт тормошона нығыраҡ йәлеп итеү ине. Ирҙәр ҡоро ҡуйған маҡсаттарына өлгәште.