Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Апрель 2021, 11:23

Баймаҡ спортсыларының сираттағы еңеүе

-

16-17 апрелдә Стәрлебаш ауылында көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары спартакиадаһының финал этабы уҙҙы. Республиканың иң көслө командаларынан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Баймаҡ районы командаһы был ярышта ышаныслы еңеү яуланы. Спортсыларға һәм тренерҙарға яңы уңыштар һәм спорт ҡаҙаныштары теләйем!
Шәхси беренселектә үҙ кәүҙә ауырлығында Байымов Ильяс, Яҡупов Мөхәмәт, Ғүмәров Ирхан, Хәлитов Ислам, Зәйнәғәбдинов Нияз беренсе урынды алды. Ғафаров Байрас - икенсе, Путятин Валерий өсөнсө урынға сыҡты. Спортсыларыбыҙҙың уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас