Ул көндө атайым иртәнсәк әсәйемә сәйер төш күреүе тураһында һөйләп ултырҙы. Йәнәһе ул өләсәйебеҙ мәрхүмәнең йортона килгән, ә унда байрам бара. Мәрхүм туғандары һәм таныш булмаған кешеләр өҫтәл артына йыйылған. Атайымды барыһы ла йылмайып, ҡыуанып ҡаршы ала.
Атай төшөн һөйләне лә, эшкә китте. Төшкә ҡарай эшенән шылтыратып, атайыбыҙҙы дауаханаға оҙатыуҙары тураһында әйттеләр. Инсульт булған икән. Ике аҙна мәрткә китеп ятҡандан һуң вафат булды. Ә унан өс көн алда мин төш күрҙем. Атайым дауахананан һауығып ҡайтҡан да, бүлмәһенә инеп йоҡларға ятҡан икән тип. Мин эштән ҡайтҡан әсәйемә был хаҡта һөйөнсөләнем дә, уның бүлмәһенә индек. Ә унда бер кем дә юҡ. Шул саҡ ҡапыл тәҙрәләр ҙә, ишектәр ҙә асылып китте. Күрәһең, атайымдың йәне беҙҙең менән хушлашырға килгәндер.