Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Апрель 2021, 08:40

Баймаҡтар икенсе урын яуланы

Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда Урал аръяғы райондары хакимиәттәренең спартакиадаһы булып үтте.#СәләмәтлекЙылы_Һаҡмар

Уҙған аҙна аҙағында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Урал аръяғы райондары хакимиәттәренең спартакиадаһы булып үтте. Ул Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды.

Спартакиадала 9 команда көс һынашты. Баймаҡ районы хакимиәте командаһын хакимиәт башлығы Фәнис Әминев етәкләне. Яндан уҡ атыу, пневматик винтовканан атыу, дартс һәм “күңелле старт”та баймаҡтар 2-се урынды яуланы.

Читайте нас