Спорт
1 Апреля 2021, 11:52

Барыҫтар еңеү яуланы

Майҙанға сыҡҡан 12 спортсы ла призлы урын алды! Афарин!

Өфө ҡалаһында уҙған форумда ушу-саньда ярышында Өфө, Сибай, Баймаҡ, Октябрь ҡалаларынан, Учалы, Ҡырмыҫҡалы райондарынан 6 команда ҡатнашты. Баймаҡ ҡалаһының Ризван Гаджиев етәкселегендәге “Барыҫ” командаһы майҙанға 12 спортсыны сығарҙы. Улар бик тә ҡыуаныслы һөҙөмтә күрһәтте. Йомаш мәктәбенән Инсаф Әблүзин менән Ҡәҙриә Йәндәүләтова, 2-се мәктәптән Саян Мырҙабаев, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалынан Артем Бүребаев, 4-се лицейҙан Вилдан Ғүмәров, Данил Абдрахимовтар алтын миҙал яуланы. 2-се мәктәптән Ислам Үлйәбаев, Аҡморондан Илназ Ҡотлобирҙин икенсе урындарҙы алды. Руслан Гәрәев, Айгиз Мирзин, Динислам Сафин, 4-се лицейҙан Артем Скрипко иһә өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Афарин, барыҫтар!

Читайте нас