Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
21 Марта 2021, 13:42

Уҡытыусылар көс һынашты

Командалар волейбол, өҫтәл теннисы,шахмат уйнап, саңғыла йүгереп, йөҙөп ярыштылар. Һөҙөмтәлә йөҙөү буйынса 40 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында 1-се урын Илдар Арғынбаев (3-сө мәктәп), 2-се урын Иршат Ғатауллин (Икенсе Этҡол мәктәбе), 3-сө урын Рөстәм Шәрипов (Иҫке Сибай мәктәбе) алды. 40 йәштән өлкәндәр араһында 1-се урынды Рәфис Вәлиев (балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе), 2-се урынды Айбулат Булатов (Әбделкәрим мәктәбе), 3-сө урынды Фәнил Мортазин (Байыш мәктәбе) яуланы.

Спорт – ул тормош. Спорт – ул байрам. Спорт – ул уйын. Тап ошо девиз аҫтында белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең «Һаулыҡ» спартакиадаһы үтте. Аҡморон, Ниғәмәт, Йылайыр, Иҫке Сибай, Темәс төбәге командалары көс һынашты.

Спартакиаданы асыу тантанаһында район хәкимиәте башлығы Фәнис Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, профсоюздар ойошмаһы рәйесе Динара Сәйғәфәрова, йәштәр һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Анжела Мочалина ҡатнашты.

Фәнис Ғәбдрәшит улы мәғәриф ойошмаһы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп үтте. «Бөгөн, ысынлап та, байрам. Беренсенән, яҙғы матур көн, икенсенән, педагогтарҙың спартакиадаһы», – тине. Илдус Әдиф улы: «Бына 25 йыл инде ошондай спартакиада үткәрелеп килә. Шуныһы һөйөнөслө, спартакиадала ҡатнашырға теләк белдергәндәр һаны арта бара. Быйыл 160-тан күберәк мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре көс һынашырға теләк белдерҙе. Беҙ үҙебеҙ сәләмәт тормош алып барып, уҡыусыларға үрнәк күрһәтергә тейешбеҙ», – тине.

Командалар волейбол, өҫтәл теннисы,шахмат уйнап, саңғыла йүгереп, йөҙөп ярыштылар. Һөҙөмтәлә йөҙөү буйынса 40 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында 1-се урын Илдар Арғынбаев (3-сө мәктәп), 2-се урын Иршат Ғатауллин (Икенсе Этҡол мәктәбе), 3-сө урын Рөстәм Шәрипов (Иҫке Сибай мәктәбе) алды. 40 йәштән өлкәндәр араһында 1-се урынды Рәфис Вәлиев (балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе), 2-се урынды Айбулат Булатов (Әбделкәрим мәктәбе), 3-сө урынды Фәнил Мортазин (Байыш мәктәбе) яуланы.

Саңғы ярышында 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урында Гөлназ Мостафина (Иҫке Сибай мәктәбе), 2-се урында Юлиә Самарбаева (Темәс мәктәбе ), 3-сө урында Рәйфә Яҡупова (Икенсе Этҡол мәктәбе) килде. 40 йәштән өлкәндәр араһында 1-се урынды Ирина Захарова (йәш техниктар станцияһы), 2-се урынды Фәриҙә Иҫәндәүләтова (Оло Басай мәктәбе), 3-сө урынды Миңзәлә Үҙәнбаева (Ярат мәктәбе) алды.

40 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында 1-се урында Әхәт Сыңғыҙов (4-се мәктәп), 2-се урында Рөстәм Шәрипов (Иҫке Сибай мәктәбе), 3-сө урында Иршат Ғатауллин (Икенсе Этҡол мәктәбе) булды. 40 йәштән өлкәндәр араһында араһында 1-се урынды Рәфис Вәлиев (балалар һәм спорт мәктәбе), 2-се урынды Фәттәх Иҫәндәүләтов (Оло Басай мәктәбе), 3-сө урынды Ринат Ишмырҙин (Бикеш мәктәбе) алды.

Өҫтәл теннисы буйынса 1-се урынға Ғәлиә Ҡасҡынова (Беренсе Этҡол мәктәбе) менән Фәннүр Аралбаев (Буранбай мәктәбе), 2-се урынға Алһыу Күсәрбаева (Ҡаратал мәктәбе) менән Марсель Хәмитов (Баймаҡ лицей-интернеты), 3-сө урынға Зифа Ҡаҙаева менән Абдрахим Йәналин (Буранбай мәктәбе) сыҡты.

Шахмат буйынса 1-се урынды Зилә Вилданова (йәш техниктар станцияһы) Ибраһим Фәйзуллин (Икенсе Этҡол мәктәбе), 2-се урынды Әлфиә Йомағужина (Ярат мәктәбе) менән Әширәф Дәүләтбаев (Кәрешкә мәктәбе), 3-сө урынды Раушания Хөрмәтуллина (Иҫке Сибай мәктәбе) менән Абдулхай Ишбулатов (Казанка мәктәбе) алды.

Йөҙөү буйынса 1-се урынды Руфина Хачина (Урғаҙа мәктәбе) менән Гөлбикә Вәлитова (балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе), 2-се урынды Дилбәр Усманова (Темәс мәктәбе), 3-сө урынды Эльвира Ишбулатова (Әбделкәрим мәктәбе) алды.

Еңеүселәрҙе йә бер тапҡыр тәбрикләйбеҙ. Был спартакиаданан һәр кем ҡеүәт, иртәнге көнгә көс алып таралышҡандыр, тип ышанабыҙ.

Читайте нас