Был хәл минең менән бала табыу йортонда ятҡанда булды. Иптәшем менән әле лә көлөп иҫкә алабыҙ. Бәпесебеҙҙе табырға ике-өс аҙна ҡалғас, һаҡланыуға тип шунда һалып ҡуйҙылар. Унан алда яланаяҡ йөрөп нимәгәлер баҫҡайным, шул ер сейләнеп, аяҡ буйлап ниндәйҙер сыбартма китә башланы. Шәфҡәт туташы ҡараны ла: “Араҡы менән яндырһаң, бөтөр ине инде”,-тине.
Эштән һуң иптәшем килде. Уның менән асыҡ тәҙрә аша икенсе ҡаттан ҡысҡырып һөйләшәбеҙ. Башҡа буласаҡ һәм яңы атай булған атайҙар ҙа теҙелеп киткән. Һәр пар бер-береһенең тауышын еңергә тырышып ҡысҡырып һөйләшә, шунһыҙ ишетелмәй. Минең хәтеремә шәфҡәт туташының әйткәне иҫемә килеп төштө. Иптәшемә: “Һин иртәгә миңә араҡы алып кил һәм тоҙло ҡыяр. Башҡа нәмә алып килмәҫһең. Барыбер ашап булмай”,-тип ҡысҡырҙым. Ҡатындары менән һөйләшеп торған ирҙәр шып туҡтап, барыһы ла мин торған тәҙрәне эҙләй башланы. Шундай тынлыҡ урынлашты! Иптәшем аптырап ҡалды ла: “Ә һин үҙеңдең ҡайҙа һәм ни өсөн ятҡаныңды иҫләйһеңме ул?”-тип һораны.
Мин һүҙҙәремдең нисек яңғырағанын аңлап, шарҡылдап көлә башланым. Күңел болғанып тик йөрөгәс тоҙло ҡыяр һораным шул, ә араҡыһы баяғы аяҡтағы яраны эшкәртеү өсөн бит инде. Ерҙә теҙелеп торған ирҙәр тын ҡалған, мин туҡтай алмай көләм. Кеҫә телефонынан шылтыратып, иптәшемә барыһын да аңлатырға тура килде. Ул көлә-көлә янында торған ирҙәргә ниҙер аңлатҡан булды. Күрәһең, бала табыу йортонда ятҡан кәләшенең араҡы менән тоҙло ҡыяр таптырып ятҡанын ауыр кисергәндер.