Йылайыр районының Юлдыбай ауылында яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса Урал аръяғы райондары турнирын үткәреү матур йолаға әүерелгән. Был ярыштарҙа беҙҙң район командаһы йыл да әүҙем ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулап ҡайта.
Быйылғы турнир үткән аҙна аҙағында ойошторолдо һәм унда Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы спортсылары ҡатнашты. Ярыш уҡыусы балалар араһында – 11, өлкәндәр араһында 5 ауырлыҡ категорияһында үткәрелде.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең район спортсылары был турнирҙа лайыҡлы сығыш яһаны һәм бының менән төбәктә милли көрәш буйынса маҡсатлы эш алып барылыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Уҡыусылар араһында беҙҙең райондан Илдар Байымов, Илһам Мусин, Мөхәмәт Яҡупов, Рөстәм Дәүләтбаев, Нияз Зәйнәғәбдинов, Руслан Дәүләтбаев үҙ ауырлыҡ категорияларында чемпион булып танылды. Ильяс Дәүләтбаев – икенсе, Солтан Миңлебаев, Рәйеф Маннапов, Вилүр Солтанғолов һәм Ильяс Түвәнәев өсөнсө урындарҙы яуланы.
Өлкәнләр араһында барған сәмле ярышта Риф Әҙеһәмов, Айгиз Яҡшыбаев һәм Йәмил Әҙеһәмов чемпион титулын яуланы. Тимур Өмөтбаев икенсе урынды алды.
Командалар араһында Баймаҡ районы лайыҡлы рәүештә 1-се урынды яуланы һәм Почет грамотаһы, кубок менән бүләкләнде.
Илшат Вәлитов,
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары.