Көнүҙәк мәсьәлә
Ҡасан ғына сигенерһең, ауырыу?
Коронавирус пандемияһына бәйле “Юғары әҙерлек” режимы йомшартылһа ла, күңел тынысланырлыҡ түгел әле. Беҙҙең районды ғына алып ҡараһаң, был аҙнала COVID-19 менән ауырыған тағы 11 кеше стационарға һалынған. Ә үткән аҙнала улар һаны етәү ине. Аңлауығыҙса, һүҙ ауыр хәлдә дауаханаға килтерелгән кешеләр тураһында бара. Бынан тыш өс тиҫтәнән ашыу ауырыу коронавирус менән үҙизоляциала, йәғни йортонда дауалана.
Коронавирустың яңы штамдары барлыҡҡа килеүе лә борсоуға һала. Британ штамы кешеләрҙең үлемен ҡырҡа арттырасаҡ, ә Африка штамы ауырыуға ҡаршы матдәләрҙән “ҡасыуы” менән айырыла, тип аңлата вирусологтар. Был да сирҙән ҡотолоуы бик ауыр буласағын күрһәтә. Оператив кәңәшмәлә үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева коронавирустың яңы төрҙәре беҙгә лә килеп етәсәген, шуға күрә унан бар һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк тип белдерҙе. Әлеге ваҡытта унан ҡотолоу юлы – вакцина эшләтеү. Әлбиттә, прививкаға ҡарата төрлө уй-фекер йөрөй. Бәғзеләр ышанмай. Кемдер: “Мин ауырып өлгөрҙөм инде”,-тип әйтә һәм ауырыуға ҡаршы матдәләрҙе билдәләү өсөн анализ биреп ҡарай. Һөҙөмтәлә уларҙың тәнендә антитела булмауы асыҡлана. Хатта коронавирус менән ауырып, госпиталдә ятып сыҡҡандар араһында ла шундай осраҡтар бар. Быны баш табип бәғзе кешенең коронавирустың еңел формаһы менән ауырыуын аңлатты. Бындай осраҡта вирусҡа ҡаршы матдәләр организмда бер-ике ай ғына йәшәй һәм юҡҡа сыға икән.
Вакцина яһатыу буйынса беҙҙең өлкән быуындың әүҙем булыуы ҡыуандыра. Район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова әйтеүенсә, өлкәндәр өсөн үҙизоляция режимы һаман дауам итһә лә, улар менән бәйләнеш өҙөлмәй. Әле 80 йәште үткән бер нисә кеше вакцияна яһатҡан һәм үҙҙәрен бик яҡшы тоя. Ғөмүмән, ололарҙың өйөнә барып вакцина яһау ойошторола. Бынан тыш табиптарҙы төрлө ауылдарға, ойошма-учреждениеларға саҡыртып та, прививка эшләтергә була.
Эйе, вакцинаның өйрәнелеп бөтмәүе, коронавирустың да бик хәйләкәр сир булыуы төрлө уйҙарға һала. Шулай ҙа вирусологтар был әлегә ауырыуҙан һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы тип һанай.
Гүзәл Салихова.