Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2021, 19:10

Баймаҡтың өс боксеры ла еңеү яуланы!

Республика беренселеге тамамланды

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 17-18 йәшлек егеттәр араһында бокс буйынса республика беренселеге тамамландыы. Унда Өфө, Благовещениск, Бәләбәй, Баймаҡ, Белорет, Ишембай, Салауат, Сибай, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекамск, Октябрьск ҡалаларынан һәм Стәрлетамаҡ районынынан 100-гә яҡын спортсы ҡатнашты.
Турнирҙы асыу тантанаһында район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, Башҡортостан Республикаһының бокс федерацияһы президенты, БР физик культураһың атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй спорт мастеры Денис Огуречников, БР бокс федерацияһының башҡарма директоры Фидан Үтәғолов һәм башҡалар ҡатнашты.
Дүрт көн буйы барған республика беренселеге иң-иң көслөләрҙе асыҡларға ярҙам итте. Ярыш 9 кәүҙә ауырлығы категорияһы араһында барҙы.
Бөгөн финал уйындарында республика беренселеге чемпиондары асыҡланды. Баймаҡ ҡалаһынан Максим Рыцев (49 килограмға тиклемге кәүҙә ауырлығына тиклем барған алышта), Благовещенсктан Роман Иванов (52 кг), Бәләбәйҙән Богдан Петров (56 кг), Нефтекамсктан Тимур Кәримов (60 кг), Баймаҡтан Роман Байсәитов (64 кг), Өфөнән Артур Кәримов (69 кг), Өфөнән Артем Садыҡов (75 кг), Баймаҡтан Надир Ғиззәтуллин (81 кг), Белореттан Владислав Ғөбәйҙуллин (91 кг), Өфөнән Марк Браун (91 килограмдан юғарыраҡ) лайыҡлы рәүештә еңеүсе булып танылды. Улар өсөн беҙ сикһеҙ шат һәм оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Баймаҡ боксерҙарына тағы ла бейегерәк уүыштар теләйбеҙ!
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас