Бөгөн “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 17-18 йәшлек егеттәр араһында бокс буйынса республика беренселеге башланды. Ул 4 көн дауам итәсәк. Турнирҙа Өфө, Благовещенск, Бәләбәй, Баймаҡ, Белорет, Ишембай, Салауат, Сибай, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекамск, Октябрьск ҡалаларынан һәм Стәрлетамаҡ районынан 100-гә яҡын спортсы ҡатнаша.
Әлеге сәғәттәрҙә 56 килограмға тиклемге кәүҙә ауырлығындағы боксерҙар араһында ярыш бара. Тәүгеләрҙән булып майҙанға Белорет һәм Стәрлетамаҡ егеттәре күтәрелде.
Бөгөн майҙанға 81 килограммға тиклемге кәүҙә ауырлығында барасаҡ ярышта Баймаҡ боксеры Надир Ғиззәтуллин сығасаҡ. Ул Өфө егете Әлмир Латыпов менән көс һынашасаҡ.
Надирға уңыштар теләйбеҙ!
Лилиә ТАКАЕВА.