Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Март 2021, 08:03

Түбәнге Яйыҡбай өсөн тауыш бирәйек!

Бөгөн, 10 мартта, «Айыҡ ауыл-2020» конкурсы финалсылары араһында интернет-тауыш биреү башланды.

Бөгөн, 10 мартта, «Айыҡ ауыл-2020» конкурсы финалсылары араһында интернет-тауыш биреү башланды. Әйтергә кәрәк, Ойоштороу комитеты ҡарары менән йәшәүсе кешеләр һанына ҡарап ауыл категорияларына үҙгәрештәр индерелде.

Шулай итеп, төп приздар өсөн көрәшәсәк ауылдар исемлеге:

Эре ауылдар категорияһында:

- Тәтешле районының Шулған;

- Өфө районының Шамонин;

- Учалы районының Илсе ауылдары.

Ҙур ауылдар категорияһында:

- Әбйәлил районынан Таштимер;

- Бөрөнән Баҡтыбай;

- Күгәрсендән Исем ауылдары.

Уртаса ауылдар араһында

- Бөрйәндән Берәтәк;

- Ҡыйғы районынан Иҫке Мөхәмәт;

- Стәрлетамаҡ районынан Күсәрбай ауылдары.

Бәләкәй ауылдар исемлегендә:

- Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай;

- Благовар районының Үрге Ҡарғалы;

- Көйөргәҙе районының Яҡут ауылдары.

Финалсылар «Голос РБ» https://golos.bashkortostan.ru/polls/224/ порталында ойошторолған интернет-тауыш биреүҙә ҡатнаша. Шунда уҡ ауылдарҙың видеопрезентациялары урындаштырылған. Уларҙы ҡарап, үҙегеҙгә оҡшаған ауыл өсөн тауыштар бирергә мөмкин.

Тауыш биреү унынан 20 мартҡа тиклем дауам итә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ай аҙағында була. Ойоштороу комитеты ҡарары менән ҡатнашыусыларға өҫтәмә махсус приздар ҙа булдырылған.

«Айыҡ ауыл - 2020» проекты БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Хөрмәтле яҡташтар, Түбәнге Яйыҡбай өсөн тауыш бирәйек! Улар был тәңгәлдә ғәйәт ҙур эштәр башҡарып сыҡты. Түбәнге яйыҡбайҙар был исемгә лайыҡ!

Читайте нас