Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
3 Марта 2021, 20:15
Түбәнге яйыҡбайҙар - афарин!
"Айыҡ ауыл" республика конкурсының финал этабында бөгөн улар үҙ проектын уңышлы яҡлап сыҡты.
Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡтарҙан конкурста бөтә ауылдар ҙа ҡатнашты. Муниципаль этапта 89 ауыл көс һынашты. Республика этабына 122 кеше йәшәгән Түбәнге Яйыҡбай ауылы сыҡты. Баймаҡ делегацияһын район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкләне.
«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбайҙың үҙ телевидениеһы булдырылған. Ауылдың үҙ нәшриәте ойошторолған, «Әмәндәк» гәзите сыға башлаған. «Айыҡ ауыл» конкурсы ваҡытында сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа өндәүсе календарҙәр, сувенирҙар, буклеттар, ручкалар, вымпелдар, магниттар эшләнде һәм бөтә ҡатнашыусыларға киң таратылды
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы положениеһы буйынса беҙҙең алда 13 төрлө бурыс ҡуйыла. Уларҙы ентекле өйрәнеп беҙ сараларҙы ошо 13 бурысты хәл итергә 7 төрлө эш йүнәлешен билдәләнек. Беҙҙең эштәребеҙ Етегән йондоҙ шикелле халыҡҡа рухи-әхләҡи ориентир булып торһон, тинек. Ә 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүен күҙ уңында тотоп символик рәүештә йүнәлештәрҙе Татыулыҡ, Изгелек, Сәләмәтлек, Яҡшылыҡ, Берҙәмлек, Рухиәт, Үҫеш тигән рухлы башҡорт һүҙҙәре менән атаныҡ. Конкурс барышында ошо 7 йүнәлеш буйынса бөтәһе 142 сара үткәрелде һәм уларға 4092 кеше йәлеп ителде», – ти Рәуилә Хәсәнова.
Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"