Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март 2021, 10:00

1 март - Ғаилә көнө

Ғаилә - ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ;Ғаилә - ул дуҫлыҡ, татыулыҡ, яҡшылыҡ...Дауамы беҙҙең сайтта.

Ғаилә - ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ;
Ғаилә - ул дуҫлыҡ, татыулыҡ, яҡшылыҡ;
Ғаилә - ул шатлыҡ, берҙәмлек, туғанлыҡ;
Ғаилә - ул хеҙмәт, уңғанлыҡ, булғанлыҡ;
Ғаилә - ул байлыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәт;
Ғаилә - ул табышмаҡ, борсоу һәм мәшәҡәт;
Ғаилә - ул бәхет, хыял һәм мөхәббәт;
Ғаилә - ул йәшәйеш, шәфҡәт һәм мәрхәмәт;
Ғаилә - ул бәлә, беренсе аҙымдар;
Ғаилә - ул байрам, күңелле сығымдар;
Ғаилә - ул тормош, үпкә һәм талаштар;
Ғаилә - ул бер фән, күп төрлө ҡараштар;
Ғаилә - ул бөтөнлөк, тигеҙлек һәм хөрлөк;
Ғаилә ныҡ була, ныҡ булһа тик ерлек.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: