Ульяновск ҡалаһында “КЭС-БАСКЕТ” Волга буйы федераль округының Мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының финал уйындары башланды.
“А” төркөмөнә ҡараған Баймаҡ ҡалаһының “Шторм” командаһы Сыуашстан Республикаһының Алатырь спортсылары менән осрашып, тәүге уйынды – 27:17, икенсеһен – 18:12 иҫәбенә тамамланы. Һөҙөмтәлә 75:63 дөйөм иҫәп менән баймаҡтар лайыҡлы еңеү яуланы.
Бөгөн иһә кискеһен “шторм”дар Саратов өлкәһенең “Торнадо”һы менән осрашасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Шишмә ҡасабаһында уҙған “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетбол лигаһында Баймаҡ ҡалаһының “Шторм” баскетбол командаһы республикала иң көслөһө булып танылғайны.
“КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетбол лигаһы 14 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Был көндө еңеү яулаған команда Рәсәй Суперфиналында ҡатнашыу хоҡуғын ала һәм чемпион титулына көс һынашасаҡ.
“Шторм”дарға уңыштар теләйбеҙ! Ҡыҙҙар, беҙ һеҙҙең менән!