Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2021, 18:38

“Спорт мине кеше итте”

Була бит шундай кешеләр: “Мөмкинлеге сикләнгән”, – тиҙәр улар хаҡында. Хатта ҡайһы саҡ: “Булмаҫ!” – тип табиптар ҙа ҡул һелтәп, баш сайҡап ҡуя. Әммә кешенең мөмкинлеген бер һүҙ менән сикләп буламы икән? Юҡтыр. Ниғәмәт ауылының спорт комитеты рәйесе Зәкир Шәрипов – бар ауырлыҡтарҙы, кәртәләрҙе йырып сыҡҡан аҫыл егеттәрҙең береһе. Зәкир Самат улы бала сағында һаулыҡҡа бәйле ауырлыҡтар кисерә. Уҡытыусылар өйгә килеп уҡыта. Ә Зәкир буш ваҡыттарында хәленән килгәнсә спорт менән шөғөлләнә.

Була бит шундай кешеләр: “Мөмкинлеге сикләнгән”, – тиҙәр улар хаҡында. Хатта ҡайһы саҡ: “Булмаҫ!” – тип табиптар ҙа ҡул һелтәп, баш сайҡап ҡуя. Әммә кешенең мөмкинлеген бер һүҙ менән сикләп буламы икән? Юҡтыр. Ниғәмәт ауылының спорт комитеты рәйесе Зәкир Шәрипов – бар ауырлыҡтарҙы, кәртәләрҙе йырып сыҡҡан аҫыл егеттәрҙең береһе.
Зәкир Самат улы бала сағында һаулыҡҡа бәйле ауырлыҡтар кисерә. Уҡытыусылар өйгә килеп уҡыта. Ә Зәкир буш ваҡыттарында хәленән килгәнсә спорт менән шөғөлләнә.
– Мин үҙемә юлдаш итеп спортты алдым. Тап шул спорт ярҙамында һаулығымды нығыттым. Халыҡтың бик матур әйтеме бар: “Күҙ ҡурҡа – ҡул батыр, маҡсаттар аныҡ булһын”. Шулай уҡ минең тоғро ярҙамсыларым бар. Атайым һәм әсәйем һәр теләгемде, башланғысымды йөпләп, дәртләндереп торалар. Бының өсөн рәхмәтем сикһеҙ, – ти ул бала сағы тураһында һүҙ сыҡҡанда.
Эйе, ата-әсәһе һәр саҡ улының рухын күтәреп, дәртләндереп кенә тора. Көслө булырға өйрәтә. Бала саҡ иле менән хушлашып, оло тормош юлына аяҡ баҫҡас, шиномонтаж буйынса эш асырға ҡарар итә. Атаһы Самат – ағас эше оҫтаһы. Элекке колхоздың буш торған келәттәренең береһендә аталы-уллы ике йүнәлештә эштәрен башлап та ебәрә. Был эш ҡыш артыҡ табыш килтермәһә лә, ҡалған өс миҙгелдә йөҙөп йөрөп эшләй ул. Йәш егеттең ҡулына килем инә башлағас та ул күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә. Үҙен көслө иткән спортты үҫтерергә була. Башта шашка, шахмат ярыштары уҙғара.
Һөйөнөскә, унда оҫта уйнаусы ҡатнашыусылар ҙа күп була. Улар араһында Үрге Яйыҡбайҙан Әкрәм олатай Шарапов бик шәп уйнай икән. Әйткәндәй, бындай өҫтәл уйындарын быйыл да ярыш итеп уҙғарырға уйлай. “Ауылыбыҙҙа ниндәй генә ярыштар булмаһын, ауыл халҡы ихлас ҡушыла. Көҙгөһөн Фәтхулла ағай Кәримов исеменә спартакиада үткәрҙек. Шулай уҡ төрлө яҡтан кешеләр ҙә килде”, — ти Зәкир Самат улы.
Зәкир Самат улы ауылдың спорт комитеты рәйесе лә булып тора. Йәш егетте ололар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй ихтирам итә, өлгө итеп ҡуя. Шуғалырмы, ауылда хоккей майҙансығын эшләүгә бар ауыл ҡушыла. Шулай уҡ “Сәләмәт ауыл” конкурсында Гран-при өсөн бирелгән аҡсаға урындағы хужалыҡ та, ауыл халҡы ла бергәләшеп аҡса йыйылышып, эште атҡарып та ҡуялар. “Икенсе Этҡолдан Айбулат Ғүмәров майҙансыҡ өсөн бушлай бағаналар бирҙе. Класташтарым да ныҡ ярҙам итте. Хатта төҙөлөп бөткәс тә кәрәкле нәмәләр өсөн тип ситтә йәшәгән, эшләгән ауылдаштар аҡса ебәрҙе. Майҙансыҡты асҡан саҡта район хакимиәте командаға форма бирергә вәғәҙә бирҙе. Ҙур рәхмәт, алып килделәр”, – тип башҡарылған эштәре тураһында һөйләп бирҙе.
Һәр кешенең күңеленә ятҡан шөғөлө була. Зәкир Самат улы әле ВАЗ-2107 маркалы машинаны ҡороу менән мәшғүл. Хатта ике тапҡыр Силәбегә лә барып килгән. Автомобилдең двигателен ҡороп бөткән дә инде. Ошо йүнәлештәге эштәренә йәштәрҙе лә йәлеп итергә ниәтләй. Өс тиҫтәне тултырған егет киләсәккә тауҙай пландар ҡороп йәшәй. Тренажер залына бина табып, уны йыһазландырырға хыяллана. Ошо рәүешле бар ауыл халҡын спортҡа йәлеп итергә теләй.
Киләсәктә Зәкир Самат улының барлыҡ изге ниәттәре тормошҡа ашһын тип теләйек.
Читайте нас: