Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2021, 14:55

Иң юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләүсе

Эйе, билдәле тренер “Барс” клубын Рәсәй ҡалаларының ниндәй генә рингына сығарманы! Ә ҡыҙы Лейла Гаджиева Бөтә донъя чемпионатына барып етте һәм еңеү яуланы! Атаһы кеүек ныҡышмал, рухи яҡтан да, физик яҡтан көслө ҡыҙ, тыуғандан көнсығыш һуғыш алымдары ҡанына һеңгән сит ил тиҫтерҙәрен еңеп, бөтә донъя чемпионы титулын алыуға өлгәште. Әйтеүе генә анһат, ә был еңеүгә күпме күнекмә, сабырлыҡ, күҙ йәштәре һалынғанын Лейла үҙе һәм уның тренеры – атаһы Ризван Гаджиев ҡына белә. Шуға күрәлер инде ошо йүнәлештә юғары белемгә ынтылған Лейла Ризван ҡыҙы – хәҙер үҙе тренер. Ул да балаларҙы иҫ киткес һөйөү, хәстәрлек менән тәрбиәләй...

Ир-егет ниндәй булырға тейеш? Был һорауға шунда уҡ күңелдә “көслө” тигән яуап килә. Юҡ, мускулдарына маһайып йәки айыуҙай кәүҙәһе менән башҡаларҙы ҡурҡытып йөрөүселәр түгел. Ә хәүеф-хәтәр янаған мәлдә башҡаларҙы яҡлай алырлыҡ, иленә дошман индермәҫ аҡыллы көс тураһында һүҙем. Һәр ир-егет нәҡ шундай сифаттарға эйә булырға тейештер ҙә.

Ризван Магомед улы Гаджиевты Баймаҡта, беҙҙең республикала ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә, хатта сит илдәрҙә яҡшы беләләр. Көнсығыш һуғыш алымдарын өйрәткән тренер ҡалабыҙҙа “Барс” клубын асып күпме балаларҙың яҙмышын биҙәне, күпме ата-әсәләрҙең рәхмәтенә лайыҡ булды. Әлегеләй иҫемдә, “Барс” клубы эш башлауға бер йыл тулып та өлгөрмәне, Ризван Магомед улы тәрбиәләнеүселәрен үҙ аҡсаһына Өфөгә ярышҡа алып китте. Балалар бар призлы урындарҙы алып, ҡанатланып ҡайтып төштө. Һуңынан Ризван Гаджиев: “Ярыш бөткәс тренерҙарҙың үҙ-ара һөйләшеүенә ирекһеҙҙән шаһит булдым. Берәүһе: “Һин Баймаҡ ҡайҙа икәнен белә инеңме ул? Картала ла юҡтыр әле ул ауыл! Ә шунан килгән балалар беҙҙең нисәмә йыл шөғөлләнгән тәрбиәләнеүселәребеҙҙе тар-мар итеп ҡуйҙы”,-ти. Минең балалар ҙа еңеүенә ышана алмай бик йөрәкһенгән ине. Шуға күрә спорт менән шөғөлләнеүселәр ҙур ярыштарға сығырға тейеш. Улар шунда ғына үҙенең көсөн билдәләй, тулыһынса асыла ала”,-тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Эйе, билдәле тренер “Барс” клубын Рәсәй ҡалаларының ниндәй генә рингына сығарманы! Ә ҡыҙы Лейла Гаджиева Бөтә донъя чемпионатына барып етте һәм еңеү яуланы! Атаһы кеүек ныҡышмал, рухи яҡтан да, физик яҡтан көслө ҡыҙ, тыуғандан көнсығыш һуғыш алымдары ҡанына һеңгән сит ил тиҫтерҙәрен еңеп, бөтә донъя чемпионы титулын алыуға өлгәште. Әйтеүе генә анһат, ә был еңеүгә күпме күнекмә, сабырлыҡ, күҙ йәштәре һалынғанын Лейла үҙе һәм уның тренеры – атаһы Ризван Гаджиев ҡына белә. Шуға күрәлер инде ошо йүнәлештә юғары белемгә ынтылған Лейла Ризван ҡыҙы – хәҙер үҙе тренер. Ул да балаларҙы иҫ киткес һөйөү, хәстәрлек менән тәрбиәләй.

Талапсан да, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес ғәҙел һәм матур күңелле Ризван Магомед улы янынан балалар өҙөлмәй. Тренер һәр береһе тураһында хәстәрлек күрә, уҡыуын белешә, кәрәк саҡта тәрбиәләнеүселәрен яҡлап сыға. Ярыштарға йөрөгән саҡта йыш ҡына балаларҙы үҙ аҡсаһына ашатып, ҡарап, үҙ атайҙары һымаҡ хәстәрләп йөрөтөп алып ҡайта. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән булған тәрбиәләнеүселәренән күнекмәләр өсөн аҡса алмаған осраҡтары ла йыш була. “Балаларҙы урам тәрбиәһенә биргем килмәй, минең янымда булһындар”,-тип йылмая ул.

Ризван Гаджиев тәрбиәләнеүселәренең физик көсөнән бигерәк, уларҙың иң матур һыҙаттарын асыуға өлгәшә. “Барс”та шөғөлләнгән балалар аҡыллы, итәғәтле, ипле булыуы менән айырыла. Юғары чемпион титулдарына лайыҡ булһалар ҙа, үҙ көстәрен улар тик рингта ғына күрһәтә. “Урамда кем менәндер һуғышҡанығыҙҙы ишетһәм, миңә бик ауыр буласаҡ. Һәр бәхәсте матур итеп, һүҙ менән хәл итергә тырышығыҙ. Әммә кемгәлер ҡурҡыныс янай икән, һеҙ бер икеләнеүһеҙ ярҙамға ташланырға тейешһегеҙ”,-тип өйрәтә Ризван Магомед улы.

Һөйөклө ҡатыны Альбина Хөрмәт ҡыҙы менән улар береһенән-береһе уңған, аҡыллы өс ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаиләлә атай абруйы һәм әсәгә иҫ киткес юғары ихтирам тантана итә. Ә урамда тренерҙы уның бөгөнгө һәм кисәге тәрбиәләнеүселәре һырып ала. Ризван Магомед улы уларҙың һәр береһенең яҙмышын, тормошон күҙәтеп бара, алтынға бәрәбәр кәңәштәрен бирә. “Барс” клубының яулаған еңеүҙәренең барыһын да теҙеп яҙһаң, бер гәзит тә етмәҫ. Ә был юғары ҡаҙаныштар – Ризван Магомед улы Гаджиевтың алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт емеше һәм балаларға булған сикһеҙ һөйөүе. Бөгөн хөрмәтле тренерҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, уның бар тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Ә инде балағыҙҙы физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да көслө итеп, тормош һуҡмаҡтарынан ышаныслы барыуын теләһәгеҙ, “Барс” клубына рәхим итегеҙ. Бар ҡаршылыҡтарға ҡаршы тора алған, юғары ихтыярлы ҡыҙҙар-малайҙар ошонда – Ризван Магомед улы Гаджиев һәм уның ҡыҙы Лейла ҡулында тәрбиәләнә.

Гүзәл Салихова.

Читайте нас: