Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
21 Февраля 2021, 20:23
Быймаларҙа хоккей
Гөрләп - шаулап Иҫке Сибайҙа тағы бер хоккей байрамы үтеп китте. 21 февраль көнө , инде йолаға әйләнгән " быймаларҙағы хоккей" турниры үтте. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған күсмә кубок өсөн был юлы өс команда алышты.
Гөрләп - шаулап Иҫке Сибайҙа тағы бер хоккей байрамы үтеп китте . 21 февраль көнө , инде йолаға әйләнгән " быймаларҙағы хоккей" турниры үтте . Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған күсмә кубок өсөн был юлы өс команда алышты .
Ленин һәм Гагарин урамдарының ир - егеттәре " Камчатка" командаһын төҙөгәндәр . Команда капитаны - Рафиков Сәлих . " Спецназ " командаһы ағалы - ҡустылы Иҙрисовтарҙан һәм уларҙың кейәүҙәренән йыйылған . Капитан - Иҙрисов Илдус . Совет һәм Ҡарағайлы урамдары " Ҡарағайлы" исеме аҫтында сығыш яһанылар . Һәр команда 10 - 12 кешенән торһа , көйәрмәндәрҙең һаны күп тапҡырға күберәк булды . Көсөргәнешле алыштарҙан һуң урындар түбәндәгесә бүленде .
3 - сө урында " Камчатка".
2 - се урында " Спецназ".
Күсмә кубок быйыл " Ҡарағайлыларҙа".
Иң яҡшы уйынсы исеменә Хөсәйенев Айгиз " Камчатка" , Шарипов Салауат " Спецназ" һәм Байзигитов Мөнир " Ҡарағайлы" лайыҡ булдылар . Иң шәп ҡапҡасы - Сибаев Әхмәт . Ярыштың баш судьяһы - Саптаров Айҙар .
Афарин , егеттәр ! Байрам менән !
Сибай Утарбаев, Сибай ауыл биләмәһе башлығы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"