Минең менән шундай хәл булды: Сибайҙан ҡайтып килгәндә үт ҡыуығына приступ булып ауырый башланым. Бер туҡтауһыҙ баш әйләнә, ҡоҫтора, 2 мәртәбә автобусты туҡтатырға тура килде. Салонда гел ҡатын-ҡыҙ булһа ла, берәү ҙә ярҙам итергә ашыҡманы. Әрләгәндәрен генә ишетәм: “Шул тиклем эсмәһә, ыстырам, бисәләр шулатып йөрөгәс, ни әйтәһең инде!”-тиҙәр.
Шуларға яуап бирергә лә хәлем юҡ. Бик ыҙалап Баймаҡҡа килеп еттем. Автобус водителенә ялбарам: “Ҡустым, дауаханаға илтеп ҡуяһыңмы әллә?”-тип. “Юҡ, мин хәҙер икенсе маршрутҡа китәм”,-тей. Ярай, шулай ҙа булһын, диспетчерға булһа ла әйтә ала ине бит. Хатта уның бурысы – мин бит автобус пассажиры инем! Ошо көндө кеҫә телефонын онотоп киткән инем, шуның арҡһында күрмәгәнде күрҙем генә! Кешеләрҙең битарафлығына иҫең китер: шунда тәгәрәп үлһәң (тәүбә, тәүбә), ашатлап сығыр ине анау ҡатындар, әсәләр. Ә үҙем эсеп йөрөгән кеше түгелмен, ғүмерем буйы китапханала эшләнем, кешегә белем тараттым, һәр ваҡыт халыҡ араһында булдым. Эсеп йөрөһәм, кем булыр инем, уйлауы ла ҡурҡыныс! Бер уйлаһаң, эскесе - кеше түгелме ни? Һеҙҙең ирегеҙ, улығыҙ йәки атайығыҙ-әсәйегеҙ бит. Шул әсәләр эсерә бит инде бөтәһен дә – көмөшкә ҡыуыусы ла, “аяҡсы” ла. Ярай әле милләт әсәһе булырҙай ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итә, Аллаға шөкөр.
З.