Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2021, 17:45

Ғүмәр ауылында - ҡышҡы бәйге

Ярат ауыл хакимиәтҽ инициативаһы мҽнән Ғүмәр һәм Ярат ауылдары янында "Аҡ балсыҡ" баҫыуында ҡышҡы ат ярыштары үтте. "Аттың даны егет ҡулында" исемле ҡышҡы бәйге 112 - се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары һәм Рәсәй геройы Миңлеғәли Шайморатов иҫтәлегенә бағышланды. Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил, Ейәнсура,Йылайыр райондарынан да бәйгеселәр килгәндәр.Иртә таң менән ауыл халҡының олоһо һәм кесеһе баҫыуға ат ярышын ҡарарға юлландылар. Байрам бик матур ойошторолған."Йәйғор"- ансамбле дәртле йыры менән байрамды асып ебәргәндән һуң ауылдың имам -хатибы Үҙәнбаев Йосоп Ғиниәт улы кавалеристарҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап аят уҡыны. Райондан килгән ҡунаҡтарыбыҙ, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары -Шәрипов Азат Булат улы, Баймаҡ районы пенсия фонды идаралығы етәксеһе, район Советы депутаты - Кәрим Миңлеғәле улы Баязитов ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп изге теләктәрен еткерҙеләр. Ярыш бик сәмле барҙы, ат ярышынан тыш халыҡ өсөн пневматик мылтыҡтан атыу, йәҙрә ташлау, гер күтәреү, уҡ- һаҙаҡтан атыу кеүек уйындар ҙа ойошторолдо. Тирмә эсендә килгән ҡунаҡтарҙы, ауыл халҡын ҡатын- ҡыҙҙар тәмле сәй, йылы былау менән һыйланы. Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгенең "Сураш"ансамбле ауыл мәҙәниәт йорто коллективы әртистәре килгән халыҡты дәртле йыр - бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Байрамды ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға, алыҫ араларҙы яҡын итеп килеүсе ҡунаҡтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, тип хәбәр итте беҙгә Ярат ауылынан Дилара Юнысбаева.

Читайте нас: