Һаҡмар
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2021, 21:39

Иҫке сибайҙар рәхмәт белдерә!

Бөгөн беҙҙең Иҫке Сибай ауылында БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов, БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы етәксеһе Иҙел Солтанов һәм башҡа рәсми шәхестәр булып китте.

Ауылдың әүҙем йәмәғәтселәре, мәктәп уҡыусылары менән ҡыҫҡа ғына осрашыу ваҡытында баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар урында спорт өлкәһендәге ихәлдәр менән танышты, йыйылыусыларға йылы сәләмдәрен еткерҙе. Осрашыуҙың иң иҫтәлекле мәле, моғайын, спортсыларыбыҙға тапшырылған спорт кәрәк-яраҡтары булғандыр! Бындай ҙур бүләк ауылыбыҙҙа спортты популярлаштырыуға, көслө спорсылар үҫтерергә, халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыуға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ! Үҙенең яуап сығышында мәктәп директоры Салих Мөхөтдин улы рәсми ҡунаҡтарҙы тап шулай булырына ышандырҙы, һәм күрһәткән иғтибарҙары өсөн уларға ауыл халҡы, уҡыусылар һм уҡытыусылар исеменән ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Мотал Рәмов.
Читайте нас в