Тарихҡа байҡау
“Баймаҡ энциклопедияһы”нда Түбәнге Яйыҡбай (халыҡ телендә – Нуғай) ауылының килеп сығышы йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙаҡаевҡа бәйле, тип күрһәтелә. Тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ә.З. Әсфәндиәров үҙенең “Ауылдар тарихы” китабында Түбәнге Яйыҡбайға нигеҙ 1876 йылда һалынған, тип билдәләй. Ауылға Бөрйән волосы Үрге Урал өйәҙе башҡорттары килеп ултыра. 1920 йылға тиклем үк Үрге Яйыҡбай (Үрге Нуғай) ауылы менән бергә иҫәпләп йөрөтәләр.
XIX быуат башында ауылда ике манаралы мәсет төҙөлә. Уны совет власы заманында комсомолдарҙың клубҡа әйләндерергә маташыуы барып сыҡмай. Мәсеттең тылсымлы көсө уларҙы яҡын ебәрмәй. 200 йыллыҡ тарихты һаҡлаған был иман йорто бөгөн ысынында ла архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
1900 йылда ауылда ел тирмәне эшләй. 1920 йылда 520 кеше йәшәй. 1939 йылда – 154, 1959 йылда – 148, 1989 йылда – 155, 2002 йылда – 163, 2010 йылда 123 кеше теркәлгән.
Түбәнге Яйыҡбайҙың халыҡ телендә йөрөгән исеме – Нуғай. Ни өсөн шулай атап йөрөтөлгән? Тарихсылар тарафынан әлегә ул өйрәнелмәгән.
- 600 йыл элек Алтын Урҙа ҡолағандан һуң, башҡорт ерҙәре Ҡазан, Себер ханлыҡтары һәм Нуғай урҙаһы аҫтында ҡала. Шул ваҡытта Түбәнге Яйыҡбай һәм башҡа ауылдар ҙа Нуғай урҙаһы резиденцияһының урынлашыуы ихтимал, - тигән фаразын белдерә тыуған яҡты өйрәнеүсе Ирек Бикмәтов. - Бушҡа ғына И.А. Голубцов төҙөгән 1730-1750 йылдарҙағы Башҡортостан картаһында Баймаҡ районы Янғаҙы ауылы йәйә эсендә “Нуғайҙар” (Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы, 32-33-сө биттәр) тип күрһәтелмәгәндер. Әбйәлил районында Үрге һәм Түбәнге Әбдрәш ауылдары ла халыҡ телендә Нуғай тип йөрөтөлә. Унан башҡа Силәбе өлкәһендә лә ошо фаразды дөрөҫләгән Нуғайбәк районы бар.
Хәсәновтар – ижади ғаилә
Хәсәновтар – ауылдың ғына түгел, район, республика, хатта Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған ғаилә, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Сөнки 2002 йылда 20 кешенән торған Хәсәновтар “Рәсәй ғаиләләре” Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша һәм финалға үтә. Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән йыйылған 100 ғаилә араһында еңеү яуланы. Улар фестивалдә башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә арналған күләмле театрлаштырылған тамаша күрһәтә.
Рәхимә менән Сәфәрғәле Хәсәновтар 11 балаға ғүмер биреп, уларҙың барыһына ла сәнғәткә һәм башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү тәрбиәләгән. 80 үҫешмәкәр артисы булған Хәсәновтар Республикабыҙҙың төрлө төбәгендә йәшәй. Бөтәһе лә ҡурайҙа, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, бейейҙәр һәм йырлайҙар. Бер нисә тапҡыр Халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа Гран-при яулайҙар.
2008 йылда Хәсәновтар “Ғаилә – Рәсәй ғорурлығы” Бөтә Рәсәй конкурсы финалына сыға һәм “Рәсәйҙең ижади ғаиләһе” номинацияһына лайыҡ булды һәм уларға “Никах һәм ғаиләне ҡурсалау” алтын миҙалы тапшырыла.
Ауыл матур – уңған кешеләре менән
“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыу мәсьәләһен яйыҡбайҙар дәррәү күтәреп алды. Сөнки һуңғы йылдарҙа барған үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында ауыл бөтөүгә табан бара ине. Эш булмағанлыҡтан, халыҡ күпләп ситкә китә. Шунлыҡтан бөгөн ауылда ҡалған 28 өйҙә 78 генә кеше ҡала. Был конкурс уларҙа ауылды ҡайтанан тергеҙеүгә көс бирә, ышаныс уята. Барлыҡ сараларҙы ойоштороуҙы Ниғәмәт ауыл Советы депутаты, ауыл старостаһы Рәил Хәсәнов үҙ ҡулына ала. 11 кешенән торған ойоштороу комитеты төҙөлә, алдағы эштәргә план ҡабул ителә. Сәләмәтлек һәм айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалау маҡсатында “Айыҡлыҡ йәмғиәте” төҙөлә. Профилактик рейдтар уҙа, лекциялар уҡыла, экологик һабантуй, әҙәби уҡыуҙар, “түңәрәк өҫтәлдәр” ойошторола. Халыҡ йолалаларын тергеҙеүгә бәйле мәҙәни фестивалдәр, спорт ярыштары үткәрелә. Быларҙың барыһында ла ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәйлә Йәһүҙина, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Фирҙәүес Хәсәнова етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәте ята. Әлбиттә, ир-егеттәр ҡорона ингән Ирмәк Уразбаев, Алтынғужа Кәримов, Сәғит Йәһүҙин, Айрат Бибиниязов, Хисмәтулла Суфиянов, Рәфис Суфиянов, Наил Кәримов, Фәнүр Хажин, Азат Әмиров, Фуат Әмиров, Арсен Йәһүҙин, Мансур Йәһүҙин, Уйылдан Хажин, Рафиҡ Йәһүҙин, Әхиәр Мырҙағәлин, Ринат Хәсәнов, Хөсәйен Хәсәнов, Камил менән Рәмил Дисәновтар ҙа ярҙам итә.
Яйыҡбайҙар эште ауылды төҙөкләндереүҙән башлай. Әмәндәк йылғаһының үҙәнен һәм ярҙарын сүп-сарҙан таҙарталар. Апай шишмәһе уратып кәртәләнеп алына. Зыяраттың ҡоймалары яңыртыла. Һаҡмар йылғаһы буйында “Ҡоролтай” аллеяһы булдырыла. Аллеяға ағас ултыртыуҙа олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Ситтә йәшәгәндәр ҙә үҙ урманын булдырыу өсөн ҡайтып төшә. Ауылдағы буш йорттарҙы тәртипкә килтереүҙе ир-егеттәр ҡоро үҙ өҫтөнә ала.
Мәғариф ветераны, билдәле ҡурайсы, Түбәнге Яйыҡбай ауылы мәсетенең имам-хатибы Рәмил Хәсәнов күптән хыялында йөрөткән ниәтен тормошҡа ашыра: Апай тауы башында башҡорт батыры, сәсән Баяс батыр (Баязетдин) иҫтәлегенә стела асыла. Ул карателдәрҙең эҙәрлекләнеүенән ҡасып, апайы менән Апай тауы тирәһендә йәшеренергә мәжбүр була. Ул ижад иткән йыр халыҡ йырына әйләнә һәм “Баяс йыры” тип йөрөтөлә.
Ауылда урындағы эшҡыуарҙар Әмир Юлғотлин етәкселегендә ағас бысыу пилорамаһы тота. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән Азат Абайдуллиндың крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләй. Шулай уҡ билмән етештереү цехы бар. Ошо көндәрҙә бишбармаҡ ҡырҡыу цехы ла асылды.
Түбәнге Яйыҡбайҙа бер ниндәй ҙә социаль объект юҡ. Балалар мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына автобус менән Ниғәмәткә йөрөп уҡыйҙар. Ауылда буш торған башланғыс мәктәпте урындағы халыҡ төҙөкләндереп, клубҡа әйләндергән. Бөгөн бында мәҙәни саралар гөрләп тора. Рәмзиә Бәхтиева етәкселегендә “Еңгәйҙәр”, “Шат йондоҙҙар” фольклор ансамблдәре йыш сығыш яһай. Әйткәндәй, Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙы етәкләгән балаларҙың - “Фатиха”, ҡумыҙсыларҙың - “Йәнгүҙәй” һәм “Ирәндек таңдары” рус йырҙары ансамблдәре бер нисә тапҡыр республика конкурстарында еңеү яуланы.
Сит яҡтарҙа булһалар ҙа...
Тамырҙары менән Түбәнге Яйыҡбайҙан булған ситтә йәшәүселәр ҙә бәләкәй Ватанын онотмай, ауылдаштары менән ныҡлы бәйләнеш булдырған. Ауылдың “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуында улар ҙур ярҙам күрһәтә һәм быны үҙҙәренең бурысы тип иҫәпләй. БДУ-ның Сибай институтының матбуғат секретары Рәүилә Хәсәнова ауылдың тарихын, уҙған саралар тураһында яҡтыртыуҙы үҙ өҫтөнә алған. Уның башланғысы менән конкурс барышы төрлө матбуғат сараларында сағылыш таба. Социаль селтәрҙәрҙә “Айыҡ ауыл - Түбәнге Яйыҡбай” төркөмө асылған, “Нуғай ТV” ауыл телевидениеһы булдырылған. Эфирға ауыл хужалығы, мәҙәни саралар, сәнғәт өлкәһендәге яңылыҡтар сағылыш таба. Шулай уҡ халыҡтың йәшәйеше, ғаиләләр һәм ғаилә ҡиммәттәре, сәләмәт тормош алып барыу, спорт яңылыҡтары күрһәтелә. Телевидение хәбәрселәре – ошо ерҙә тыуып үҫкән, уның киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәгән, көсөн йәлләмәгән ауыл кешеләре.
Рәүилә Хәсәнова етәкселегендә шулай уҡ “Әмәндәк” - Түбәнге Яйыҡбай ауылы гәзите лә сыға. Айына ул ике тапҡыр донъя күрә. Унда ауылда уҙған саралар, арҙаҡлы шәхестәр, осрашыуҙар тураһында мәҡәләләр, аҡыллы фекерҙәр, халыҡ ижады донъя күрә.
Тормош һуҡмағынан 50 йыл берҙә
Түбәнге Яйыҡбайҙа ҡулға-ҡул тотоноп, матур ғүмер иткән ғаиләләр байтаҡ. Шуларҙың береһе - Фәүҡинур менән Хисмәтулла Суфияновтар. Сибай ҡыҙы Фәүҡинур педагогия училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Ниғәмәт мәктәбендә башлай. Ошонда ул буласаҡ тормош иптәшен осрата. 1969 йылда йәш Хисмәтуллиндар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Фәүҡинур апай Түбәнге Яйыҡбай мәктәбендә 40 йылдан ашыу эшләп, хаҡлы ялға сыға. “Ауылдың өс быуын ауыл балаларына белем биреп, бөгөн уларҙы бергә йыйһаң, ауылға ла һыймаҫтар ине”, - ти ул.
Ә инде Хисмәтулла ағай өйләнгән ваҡытында Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем алып йөрөгән була. Йәш ғаилә 5 йыл һынауҙы үтеп, дүрт балаға - өс ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бирәләр. Бөгөн барыһының да үҙ донъяһы бар. Суфияновтар - ике ейәнсәр һәм өс ейән һөйгән бәхетле өләсәй менән ҡартатай. Уҡып бөтөп ҡулына диплом алған йәш белгес, Салауат исемендәге колхозда ветеринар булып эшләй башлай. Хисмәтулла ағай һөнәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға.
Ярты быуат пар имәндәй йәшәгән Суфияновтар бәхетле йәшәүҙәренең сере – бер-береңде ихтирам итеүҙә, ти. Ысынлап та, ихтирам бар ерҙә мөхәббәт тә, ышаныс та, тоғролоҡ та бар.
Һандар һәм факттар
Йорттар – 32, шуларҙың 28-ендә кеше йәшәй
Рәсми рәүештә теркәлгәндәрҙең һаны – 122
Ысынбарлыҡта йәшәгәндәр – 78
Ир-егеттәр – 42
Ҡатын-ҡыҙҙар – 36
Хаҡлы ялдағылар – 19
65 йәштән олораҡтар – 10
Эшләгәндәр – 37
Йәштәр – 14
Мәктәп уҡыусыһы – 8
Мәктәп йәшендәге балалар – 5
Лилиә ТАКАЕВА.