Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Февраль 2021, 00:05

"Тауға туристик һуҡмаҡ - 2021" һалынды

#Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020 #ТүбәнгеЯйыҡбайБаймаҡрайоны #НижнеяикбаевоБаймакскийрайон #ВсемирныйКурултайбашкир #БөтәдонъябашҡорттарыҠоролтайы #Сәләмәтлекһәмәүҙемоҙонғүмерлелекйылы #ГодздоровьяиспортивногодолголетияФизик һәм рухи сәләмәтлекте берләштергән матур сара үтте Түбәнге Яйыҡбайҙа. "Тауға туристик һуҡмаҡ - 2021" тип аталды ул. Маҡсаты: беренсенән, тауға менеү булһа, икенсенән, теләккә сығыу.

#Айыҡауыл2020
#Трезвоесело2020
#ТүбәнгеЯйыҡбайБаймаҡрайоны
#НижнеяикбаевоБаймакскийрайон
#ВсемирныйКурултайбашкир
#БөтәдонъябашҡорттарыҠоролтайы
#Сәләмәтлекһәмәүҙемоҙонғүмерлелекйылы
#Годздоровьяиспортивногодолголетия
Физик һәм рухи сәләмәтлекте берләштергән матур сара үтте Түбәнге Яйыҡбайҙа. "Тауға туристик һуҡмаҡ - 2021" тип аталды ул. Маҡсаты: беренсенән, тауға менеү булһа, икенсенән, теләккә сығыу.
Көн иҫ китмәле йылылығы һәм сағыу ҡояшы менән ҡыуандырҙы. Ауылдың һәр йәштәге ҡатын-ҡыҙҙары ҡышҡы һуҡмаҡтан Апай тауына күтәрелде. Эверестты яулаусылар кеүек хис итте улар үҙҙәрен. Сөнки, тәрән һәм шыуғаҡ ҡар тауға үрләүгә күп ҡаршылыҡтар тыуҙыра икән. 500, 1000, 1500, 2000 тип үткән аҙымдарҙы билдәләп барҙылар. Маҡсат - 2021!
Апай тауының иң бейек түбәһенә менеп еткәс алда илаһи ҡышҡы хозурлыҡ асылды! Тау бейеклеге кешегә шул тиклем рухи көс бирә икән! Халҡыбыҙҙың киләсәге сәләмәт һәм айыҡ булһын, ауылдарыбыҙҙа халыҡ быуын-быуын йәйрәп йәшәһен тип теләне яйыҡбайҙар.
Шулай итеп, бөгөн Түбәнге Яйыҡбай ауылы район акцияһына старт бирҙе. Тиҙҙән башҡа ауылдар ҙа "Тауға туристик һуҡмаҡ - 2021" сараһына әүҙем ҡушылыр тип ышанабыҙ.
Гөлйемеш Ишмурзина.
Читайте нас: