Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Февраль 2021, 00:15

Беҙҙе хоккей осраштырҙы

#Сәләмәтлекһәмәүҙемоҙонғүмерелекйылы#Беҙсәләмәттормошяҡлы#Сәләмәттәндәсәләмәтрух#ППМИ2021Ғүмәр

#Сәләмәтлекһәмәүҙемоҙонғүмерелекйылы#Беҙсәләмәттормошяҡлы#Сәләмәттәндәсәләмәтрух#ППМИ2021Ғүмәр
Майҙанда үҫмерҙәр!
Бөгөнгө ял көнөн ғүмәр ауылы халҡы бик файҙалы үткәрҙе.Батҡаҡлы йылғаһы боҙонда йәш хоккейсылар көс һынашты.Ябай,быйма менән уйнаған хоккей түгел, ә конькиҙә уйнанылар үҫмерҙәр.Күрше ауылдарҙан килгән командалар бер бер-береһен сәләмләгәс, сәмле алыш башланды. Уйынсылар ысын хоккейсылар һымаҡ уйнанылар.Уларҙы көйәрмәндәр дәртләндереп,алҡышлап, уйынға көс бирҙеләр.Уңған хужабикәләр самауыр сәйе,йылы былау, тәмле ризыҡтар менән һыйланы. Рәхмәт уларға.Тирә-яҡҡа башҡорт көйҙәре яңғырап торҙо.Уйын ҡыҙғандан - ҡыҙа барҙы.Һәм ниһәйәт, еңеүселәр билдәле булды.Өсөнсө - ғәҙелбайҙарҙа, икенсе -юлыҡтарҙа һәм беренсе урынды — майҙан хужалары - ғүмәрҙәр яуланы.Шулай үҡ уйындың иң - иңдәре билдәләнде. Йәш хоккейсыларға алдағы тормоштарында уңыштар теләйбеҙ.Уйындың бағымсыларына Заманов Юниргә,Йәрмөхәмәтов Айгизгә,Исчурин Денискә, Әхмәтйәнов Әҙеһәмгә (тренер) ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Уларҙың ғаиләләренә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ. Әйткәндәй,быйыл Ярат ауыл биләмәһе үткәргән хоккейҙа Ғүмәр ауылының өлкәндәр командаһы ауыл биләмһе кубогына икенсе йыл рәттән хужа булдылар.Уларға лайыҡлы алмаш үҫә тип әйтһәң дә була.Афарин, ғүмәрҙәр!
Зифа Аксарина,
Ярат ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: