Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип ата-бабаларыбыҙ бик дөрөҫ әйткән. Республикабыҙҙа был йыл юҡҡа ғына Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан ителмәне. Шул айҡанлы илебеҙҙә һаулыҡҡа иғтибар биреүсе төрлө саралар, спорт ярыштары үткәрелә башланы. Ҡаланың «Йондоҙло» балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары өсөн «Ҡышҡы уйындар» күңелле старттар үткәрелде.
Балалар ике командаға бүленеп көс һынаштылар. Уйындар бик күңелле һәм ҡыҙыу барҙы. Ярыш һуңында ике команда ла бер үк мәрәй йыйып, дуҫлыҡ еңде.
Артабан балалар «Алтын тауға кем хужа?», «Ҡар бәреш», «Аҡ тирәк – күк тирәк» кеүек халыҡ уйындарын уйнанылар. Унан ҡар схемалар араһынан «Серле һандыҡты» табып алып, татлы күстәнәстәр менән һыйландылар.
Бәләкәстәргә был сара бик оҡшаны. Улар үҙҙәренең әүҙем, етеҙ булыуҙарын күрһәттеләр. Ошондай саралар балала матдәләр алмашыныуын, ҡан әйләнешен көйләй. Үҫтерә, сыныҡтыра. Ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәтә, етеҙлекте, ҡыйыулыҡты камиллаштыра. Шуға ла бындай уйындарҙы йыл әйләнәһенә ойоштороу урынлы булыр, тип уйлайым.
Лилиә Игебаева,
«Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.