Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2021, 18:04

Уйнайыҡ хоккей – булырбыҙ һау-сәләмәт!

Бөгөн Түбәнге Яйыҡбай ауылында “Ҙур хоккей” уйындары үтте. Унда Әбйәлил районының “Аҡбуҙат”, Баймаҡ ҡалаһының “Алдар батыр” һәм Түбәнге Яйыҡбайҙың бөгөн генә барлыҡҡа килгән “Баяс” командалары майҙан тотто. Әйтергә кәрәк, баястарҙың әлегә тренерҙары ла юҡ. Ҡыйыулыҡты һәм батырлыҡты бергә туплап,майҙанға сығып, тәүге "сирҡаныс" алды.

Бөгөн Түбәнге Яйыҡбай ауылында “Ҙур хоккей” уйындары үтте. Унда Әбйәлил районының “Аҡбуҙат”, Баймаҡ ҡалаһының “Алдар батыр” һәм Түбәнге Яйыҡбайҙың бөгөн генә барлыҡҡа килгән “Баяс” командалары майҙан тотто. Әйтергә кәрәк, баястарҙың әлегә тренерҙары ла юҡ. Ҡыйыулыҡты һәм батырлыҡты бергә туплап,майҙанға сығып, тәүге "сирҡаныс" алды.
Ҙур сарала Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайынан Расих Хәмитов, Фанит Моратбакиев, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, район хакимиәте башлығының кадрҙар сәйәсәте һәм социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Ришат Ишембәтов ҡатнашты. Ҡунаҡтар сараға йыйылыусыларҙың барыһына ла тәбрик һүҙҙәрен әйтеп, ҙур сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Уйындың башланыуын барыһы ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Боҙға сыҡҡан хоккейсы егеттәрҙең милли кейемдәрҙә башҡарған бейеүҙәре ҙур алҡыштарға күмелде. Халыҡ ижады үҙәге артистарының сығыштары ла матур сараға йәм өҫтәне.
Тәүге шайбаны Фәнис Әминев боҙға ташлап, хоккейға старт бирҙе. Баш судья - "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илшат Хәмитов уйын барышын тулыһынса үҙ контроленә алды. Ә инде еңел атлетика буйынса СССР спорт мастеры, 3 тапҡыр СССР Кубогын яулаусы, 6 тапҡыр Рәсәй чемпионы, 23 тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институтының физик культура кафедраһы доценты Фәнил Әминев уйын барышын башынан аҙағына тиклем күҙәтеү яһап, мәғлүмәт биреп барҙы.
Хоккей ысынында ла бик тә сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Ололар командаһы үҙҙәренең тәжрибәһен ҡулланһа, йәштәр иһә көстәренә таянды. Мәрәй һандары буйынса әбйәлилдәр еңеү яуланы һәм кубокка эйә булды. Икенсе урынды – баястар, өсөнсөнө алдар батырҙар алды. Барлыҡ командаларға миҙалдар, Почет грамоталары тапшырылды.
Киндер күле буйында шулай уҡ башҡа халыҡ уйындары ла ойошторолдо. Бура һуғыу, яндан уҡ атыу, сана шыуыу, сыбыртҡы шартлатыу, биҙәлгән атта елеү... Быларҙың барыһы ла сараға матур төҫ бирҙе.
Уйнап арығандар тирмәлә боҫрап ҡайнап ултырған еҙ самауыр сәйе менән һыйланды. Түбәнге Яйыҡбай ауылының тарихын, бөгөнгөһөн, шәхестәрен күрһәткән бай күргәҙмә иһә икенсе тирмәгә ҡуйылған ине. Иң ғәжәпләндергәне - ғәрәп хәрефтәре менән ауылдың исеме яҙылған алтаҡта ине. Ул үҙе бер ҙур тарихты һаҡлай.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сара юғары кимәлдә үтте. 32 генә йорттан торған бәләкәй генә ауылды берләштергән 121 кешенең сәләмәт тормошто маяҡ итеп, бер көскә тупланып, гөрләтеп донъя көтөүҙәре һоҡландыра. Был көндө түбәнге яйыҡбайҙар сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла матур ял бүләк итте.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: