Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ғинуар 2021, 12:45

Малыбыҙы булһын - ишле, табыныбыҙ булһын - һыйлы

Һуғым һуйыу – бик борондан килгән матур йолаларҙың береһе. Малды көндәр һыуытып, ҡар яуғас салалар. Тап шул ваҡытта ауылда күңелле осор башлана. Бының өсөн алдан уҡ инселәп, махсус һимертелгән мал алына. Башҡорт халҡында һуғым өсөн йылҡы, һыйыр малы һайлана. Шулай уҡ һарыҡ, кәзә лә һуғымлыҡ мал тип ҡарала.Бер йәшлек тана-торпо миҡдарын 4-5 һарыҡ, йәки 40 ҡаҙ, йәки 60 өйрәк алмаштыра ала, тип һаналған.Йылҡы малынан 2 йәшлек тайҙар, дүнәндәр, ҡонандар, байталдар салынған.(Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

Һуғым һуйыу – бик борондан килгән матур йолаларҙың береһе. Малды көндәр һыуытып, ҡар яуғас салалар. Тап шул ваҡытта ауылда күңелле осор башлана. Бының өсөн алдан уҡ инселәп, махсус һимертелгән мал алына. Башҡорт халҡында һуғым өсөн йылҡы, һыйыр малы һайлана. Шулай уҡ һарыҡ, кәзә лә һуғымлыҡ мал тип ҡарала.

Бер йәшлек тана-торпо миҡдарын 4-5 һарыҡ, йәки 40 ҡаҙ, йәки 60 өйрәк алмаштыра ала, тип һаналған.

Йылҡы малынан 2 йәшлек тайҙар, дүнәндәр, ҡонандар, байталдар салынған.

Эш аттары егеүҙән туҡтатылып, 6 ай самаһы һимертеүгә ҡуйыла. Кире осраҡта уның ите ҡаты, тарамыш була. Ә инде һыйыр малының орғасыһын ҡулай күргәндәр. Шулай ҙа уларҙы үрсетергә алып ҡалып, үгеҙҙәрҙе һуғымға тәғәйенләгәндәр. Үгеҙ малы һәр ваҡыт һуғым өсөн аҫралған, шуға күрә уларҙы үҙ ваҡытында бестереү хәстәрен күргәндәр.

Малды иртә менән һуйып, ҡояш байығанға тиклем эшкәртеп алыу фарыз булған. Уның өсөн электән һыналған “татлы ҡуллы”, “еңел ҡуллы” тип аталған оҫта мал һуйыусы саҡырыла. Сөнки ит тәме тап уның ҡулына бәйле. Күңеле ҡаты кеше салһа – ит ҡаты була, ә инде йомшаҡ, изге күңелленең һуғымының ите лә тәмле, йомшаҡ була, тигән ышаныу йәшәй. Шуға күрә лә салыусының роле ныҡ баһаланған. Ҡалғандар уға малды тунарға һәм тейешенсә эшкәртергә ярҙамлаша. Йәштәр өлкәндәрҙән йола тәртибенә өйрәнә, мал һуйғанда ир-егеттәрҙең таһыллығы һынала.

Ә ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә эсәк, ҡарын йыуыу, бешкәкләү эләгә. Элегерәк эсәкҡарынды йылғаға барып таҙалаһалар, хәҙер иһә уны өй шарттарында эшкәртеүҙе хуп күрәләр. Эсәкте башта уҡ өс төргә бүлгәндәр: ас эсәк, туҡ эсәк һәм бөйән.

Мал салыу тәртибе

- Салыусының сөннәтле булыуы хуплана.

- Малдың башы ҡибла яғына ҡаратып ятҡырыла.

- Салыр алдынан “Бисмилләһи Аллаһу әкбәр” тип әйтергә кәрәк.


Һуғым ашы

Һуғым салырға ярҙамлашҡандарҙы кискә ашҡа алалар. Был да үҙенә күрә матур йолаларҙың береһе. Ит мул саҡта ҡунаҡ саҡырып, киләһе йыл да мал-тыуарың ишле булһын, һуғымды туған-тыумасаларың, дуҫ-иштәрең, бала-сағаларың менән бергә имен-һау ашарға яҙһын, тигән теләктәр әйтелә.


Өлөш таратыу

Табында һәр кемгә өлөш таратыла. Тәү сиратта тултырма бирелә. Кем йылҡы малы сала – ҡаҙылыҡ таратыла. Улар һәр һуғым ашында булырға тейеш. Кире осраҡта, хужаларҙы һаранлыҡҡа “индерәләр”.

Салыу һөйәге – мал салған кешегә тейеш. Ҡалған ит һәр кемгә өлөштәргә бүлеп һалына.

Малдың түш ите, ҡабырғаһы, янбаш ите иң тәмлеһе, тип иҫәпләнә. Елек майы бик юғары баһаланған. Уны абруйлы ир-атҡа һәм ҡунаҡтарға биргәндәр.

Башҡорттарҙа шулай уҡ өлөштө табынға биргәндә һыйлау йолаһы ла бар, йәғни – һоғондороу, ҡул менән ашатыу. Хужалар һәм ҡунаҡтар хөрмәт йөҙөнән бер-береһен ит киҫәктәре менән һыйлаған.


Һоғондороу

Бишбармаҡ ашағандың һуңынан һәр кемгә бер аш ҡалағындай ғына аштың ҡуйыһы бирелә. Быны ҡайһы бер ерҙә ҡыҫтау ашы, тип йөрөтәләр.

Һурпа

Тәмле бишбармаҡтан һуң, бәләкәй һауыттарға ҡойоп, һурпа эсереү ҙә борондан килгән матур йолаларҙың береһе. Һурпа ҡорот, ҡара борос ҡушып әҙерләнә. Теләгәндәр ваҡлап туралған һуған да һала.


Һурпа эскәндә ҡунаҡтар теләктәрен яуҙыра:

Малдарығыҙ күп булһын!

Малдарығыҙ ныҡ уңһын!

Хоҙай Тәғәлә ишетһен,

Малығыҙҙы ишәйтһен!

Хәләл ризыҡтар бирһен,

Рәхмәт һыйығыҙға...”

Өлөш бүлеү

Салыу һөйәге – салыусыға,

Янбаш булыр – ҡыҙға,

Кейәү, улға – бейек үркәс,

Килен, ҡыҙға – бәләкәс үркәс,

Баш һөйәге – башлауға,

Тулараһы – ташлауға,

Һум иттәре - ашауға,

Ынтылығыҙ аш-һыуға!

Майын йотһаң – һимерерһең,

Һөйәк тотһаң – кимерерһең,

Һөйәктең ал ҙурыһын –

Електәрен һурырһың.

Быныһы була – муйыны,

Ете була быуыны.

Ете быуын кемдеке?

Ала белһәң – һинеке!


Баш итенә саҡырыу

Мал һуйылғас, уның башы ҡәҙерләп элеп ҡуйыла. Яҙға табан “баш ите ашау” йолаһы башлана. Уны матур итеп өтөп, йыуып-таҙартып бешергәндәр. “Малың ишле булһын, ҡото китмәһен”, – тип теләгәндәр.

Малдың теле лә, деликатес булараҡ, иң тәмле иттәрҙең береһе һанала. Уны ла ҡәҙерле ҡунаҡтарға бешерәләр.


Итте нисек һаҡлағандар?

Борон туңдырғыстар булмаған заманда итте ҡарынға төрөп һаҡлар булғандар. 20 килограмлыҡ ит һыйған ҡарынды – һуғым кинйәһен йәки бөркәнсекте бәйләп, яҙға тиклем тышта туңдырып һаҡлағандар.

Тултырма

Тултырма, шырлан, тултырмыш, бөйәт, бөйән һәм хатта туҡшырма. Беҙ яратып ашаған тултырманы диалект буйынса төрлө ерҙә төрлөсә атап йөрөтәләр. Ләкин әҙерләү процесынан сығып, уны “тултырыу” тигән һүҙҙән алынған, тип әйтеүҙәре дөрөҫөрәктер, моғайын.

Тултырма – башҡорт милли ризығы булараҡ, деликатес булып һанала. Тултырма өсөн тәғәйен эсәктәрҙе бер аҙ тоҙло һыуға һалып алғас, яҡшылап йыуып, таҙарталар. Эслекте иһә һәр кем үҙенә оҡшағанса әҙерләй. Эсәктәргә уны артыҡ тығыҙ итмәй генә тултырырға, ике яҡлап бәйләргә кәрәк. Күп булһа, тултырма бешкән саҡта ярыласаҡ. Ярылмаһын өсөн бер нисә урындан энә менән тишкеләп алырға кәрәк. Тултырма талғын утта 1,5-2 сәғәттә бешеп сыға.


Он ҡушылған тултырма

Уның өсөн бауыр һәм бөйөр иттәре алына. Бер аҙ һарымһаҡ, һуған, тоҙ, борос, он ҡушыла. Бауыр менән бөйөрҙө сапҡылап, турарға. Уға һарымһаҡ, һуған, тоҙ, борос өҫтәп, яҡшылап бутарға. Бындай ысул менән әҙерләнгән эслек шыйыҡ була. Шунлыҡтан уға он ҡушып, яҡшылап болғатырға. Алдан әҙерләнгән эсәктәргә тултырырға.


Эс-бауырҙан яһалған тултырма

Үпкә, бауыр, бөйөр, йөрәк, эс майы алына. Шулай уҡ 120 грамм дөгө йәки ҡарабойҙай ярмаһы, 1 йомортҡа, 1 баш һуған, һөт йәки һурпа һәм тәменә ҡарап тоҙ, борос кәрәк буласаҡ. Ваҡланған эс-бауыр ҡушылмаһына тоҙ, борос, сей йомортҡа һытып ҡушырға һәм яҡшы итеп болғатырға. Артабан һөт йәки һурпа, ярма өҫтәргә. Тағы берҙе яҡшылап бутарға һәм эсәктәрҙе тултырырға.


Картуфлы тултырма

Һимеҙ һыйыр ите, картуф, һуған, һалҡын һурпа, тоҙ, борос алына. Итте ваҡ итеп, шаҡмаҡлап турарға. Уға шулай уҡ туралған картуф, һуған, тоҙ, борос ҡушып, һурпа ҡойоп яҡшылап бутарға. Эсәктәргә тултырғандан һуң, 2 сәғәттәй бешереп алырға.


Ә беҙ ошолай бешерәбеҙ

Айгөл Мырҙабулатова, Ҡаратал ауылы: “Тултырманы мин былай әҙерләйем: үпкә-бауырҙы ит турағыс аша үткәрәм. Үпкәне әҙерәк алам, бауыры күберәк итергә тырашым. Шулай нығыраҡ тәмле. Уларҙы балта менән турайым, тәмлерәк була. Уға һуған, быҡтырылған дөгө ярмаһы ҡушам. Әгәр дөгө булмаһа, он ҡушам.

Тултырманы айырым кәстрүлдә бешерәм, башҡа иттәргә ҡушмайым. Бешкән саҡта ярылмаһын өсөн энә менән бер нисә урын дан тишеп алам. Тултырманы талғын утта 2 сәғәттәй бешерәм”.


Альбина Сәйғәфәрова, Баймаҡ ҡалаһы: “Тултырма өсөн әҙерләнгән эслекте төрлөсә әҙерләйем. Үпкә-бауырҙан ғына булһа быҡтырылған дөгө ҡушам. Дөгө булмаһа, ит тә үткәреп ебәрәм. Ләкин ҡалай ғына әҙерләһәм дә күп итеп һуған ҡушам. Шулай эшләгәндә был деликатес бигерәк тә һутлы, татлы була. Шунлыҡтан уны әҙерләгәндә һуғанды йәлләмәй ҡушығыҙ”.


Ҡурҙаҡ нисек әҙерләнә?

Борон эсәк йыуышырға килгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡурҙаҡ бешереп, һыйлау йолаһы булған.

Ул малдың үпкә-бауырын, йөрәген ваҡ итеп турап әҙерләнә. Һурпаһына балдаҡлап күп итеп һуған һалһаң, ул телеңде йоторлоҡ тәмле була.

Зәкирә Аҡбулатова, Ҡаратал ауылы: “Ҡурҙаҡты ошолай бешерәм: сөгөнгә май ҡойоп, туралған һуған, кишерҙе ҡыҙҙырып алам. Артабан уға шаҡмаҡлап туралған үпкә-бауыр, йөрәкте һалып, 2 сәғәт тирәһе ҡыҙҙырып, бешереп алам”.

Һерелдек (холодец) әҙерләү

Малдың баш-тояҡтарынан әҙерләнгән һерелдек туҡлыҡлы ғына түгел, файҙалы ла. Ул бигерәк тә спортсыларға тәҡдим ителә. Сөнки һерелдек һөйәктәрҙе нығытыуға булышлыҡ иткән витаминдарға бай.

Һерелдек әҙерләү өсөн тәүҙә баш-тояҡтарҙы оҙаҡ ҡына итеп ҡайнатып бешереп сығарабыҙ. Һуңынан уны ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Итлерәк итеп эшләгәндә бигерәк тә тәмле. Туралған ҡойҡа һәм итте һурпала ҡайтанан ҡайнатып алып, уға һуған, лавр япрағы, ҡара борос һалырға. Әҙер һерелдекте төрлө һауыттарға ҡойоп, һыуыҡ урынға ҡуйырға.


Мал һөйәгенә бәйле ырым-ышаныуҙар

*Мал һуйғас, уның салыу һөйәген кәртә бағанаһына элеп ҡуйғандар. Малдың ҡотон һаҡлай, тип юрағандар.

*Мал үрсеһен өсөн ашығын биҙәп, өйгә элгәндәр.

*Бүре һуғыр (тубыҡ) һөйәге менән салыу һөйәгенә теште тигеҙмәй ашарға кәрәк. Кире осраҡта киләһе йыл малды бүре ҡырыр, тигән ырым бар.

*Кешене талаштырам тиһәң, бүре һуғыр һөйәген ул йәшәгән өйҙөң ҡыйығына ташлағандар.

*Берәйһенә йәнең көйөп тә, шуны белдерә алмай йонсоһаң, уға юрамал малдың бәкәлсәйен бешереп ашатаһың.

*Баш һөйәген ташламайҙар, ә ергә күмергә кәрәк. Кире осраҡта, малдың ҡото китә, тиҙәр.


Махсус битте Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Фотолар асыҡ сығанаҡтан алынды.

Читайте нас: