Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
10 Января 2021, 19:40
Сана шыуҙыҡ бергәләп
Ишбирҙе ауылы халҡы яңы йылдың бер көнөндә баласаҡҡа әйләнеп ҡайтты.
Еләбеҙ саналарҙа
Ишбирҙе ауылы халҡы яңы йылдың бер көнөндә баласаҡҡа әйләнеп ҡайтты. Ауылыбыҙҙың бейек тау башынан саналарҙа шыуҙыҡ. Унда балалар ғына түгел, ололар ҙа булды. Иң өлкән инәйебеҙ Гөлсирә Вәлиеваға - 83, ә иң бәләкәсенә 3 йәш ине.
Тауҙан арығанса сана шыуғандан һуң, төрлө уйындар уйнаныҡ. Боҫрап ҡайнап ултырған самауырҙан сәй ҙә эстек. Ә инде яңғыраған күңелле көй-йырҙар беҙгә дәрт кенә өҫтәне.
Саф һауала бергәләп ял итеп, күңел асып, көс-дарман алып ҡайттыҡ.
Зәбирә Халиҡова,
Ишбирҙе ауылы клубы мөдире.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"