Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2021, 22:13

Ҡышҡы уйындар гөрләп уҙа

годздоровьяиактивногодолголетия#новогоднийлагерьприбиблиотеке"Снежнаякарусель#проект"библиотеказдоровьяИҫке Сибай ауылының хоккей майҙаны, башҡа йәмәғәт урындары ҡышҡы каникул ваҡытында ла гөрләп торҙо. Уларҙа ойошторолған төрлө ярыштар үҙҙәре тирәләй бик күп көйәрмәндәрҙе лә йыйҙы.

#годздоровьяиактивногодолголетия
#новогоднийлагерьприбиблиотеке"Снежнаякарусель
#проект"библиотеказдоровья
Иҫке Сибай ауылының хоккей майҙаны, башҡа йәмәғәт урындары ҡышҡы каникул ваҡытында ла гөрләп торҙо. Уларҙа ойошторолған төрлө ярыштар үҙҙәре тирәләй бик күп көйәрмәндәрҙе лә йыйҙы.
Ауыл старостаһы Зөһрә Фәтхетдин ҡыҙы Ғәйнуллина һәм китапханасы Лилиә Фитрат ҡыҙы Ильясова кескәйҙәр өсөн ойошторған ҡышҡы уйындар, викторина айырыуса ҡыҙыҡлы, шау-шыулы булыуы менән айырылып торҙо. Мауыҡтырғыс һәм күңелле уйындарҙа балалар ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Уларҙың ихласлығына, балаларса дәртләнеп һәм илһамланып уйнауҙарына һоҡланмайынса ҡарау мөмкин дә түгел ине... Уйындарҙан кескәйҙәр оҙаҡ ваҡытҡа етмәле кәйеф күтәренкелеге алып, киләсәктә лә ошондай сараларҙың йышыраҡ ойошторолоуын теләп таралышты. Ә бағымсылар Йәмил һәм Миңлегөл Әхмәровтарҙың ҡыйбатлы бүләктәре балаларҙың күңелен тағы ла үҫтереп ебәрҙе. Ойоштороусыларға һәм бағымсыларға ата-әсәләр исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм кәрәкле хеҙмәттәрендә уңыштар теләйбеҙ! Артабан да бергә ҡалайыҡ, дуҫтар! Яңы йыл барығыҙҙы ла көтөлмәгән уңыштары менән һөйөндөрһөн, сәләмәт һәм иҫән-аман булығыҙ!

Мотал Рәмов.
Читайте нас: