Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
8 Января 2021, 13:15
Саф һауала ял иттек
Әбделкәрим ауылында Сәләмәтлек йылына арналған "Саф һауа ла ҡышҡы уйындар" байрамы үтте.
#Зимниезабавы
#Ҡышҡыуйындар
Әбделкәрим ауылында Сәләмәтлек йылына арналған "Саф һауа ла ҡышҡы уйындар" байрамы үтте. Тау буйында үтәрелгән саранан олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалманы. Байрамда ҡатнашыусылар шаулап-гөрләп һырғалаҡ эйҙеләр, ике командаға бүленеп ярыштылар, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, йомаҡтар систеләр, ҡыш миҙгеленә арналған филворд уйынында ҡатнаштылар.
" Иң матур биҙәлгән сана", Иң ҡупшы быймалар" номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Был номинацияларҙа ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәттеләр.
Сарабыҙға ауылдаштарҙы ҡотларға ат егеп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килде. Байрамға килеүселәр тәмлекәстәр һәм эҫе сәй менән һыйландылар, уйын аҙағында һәр береһенә бүләктәр таратылды.
Барыһы ла күтәренке кәйефтә таралышты.
Гөлниә Алсынова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"