Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Ғинуар 2021, 00:03

Сәлимовтар еңеү яуланы!

Бөгөн Иҫке Сибай ауылында "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2021 йыл" район фестиваленең мәктәп буйынса этабы тамамланды.

Бөгөн Иҫке Сибай ауылында "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2021 йыл" район фестиваленең мәктәп буйынса этабы тамамланды. Сарала ҡатнашыусылар барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтте. Йүгереү, санала балаларҙы ташыу кеүек ярыштар күңелле ауаздар менән оҙатылды. Һөҙөмтәлә, Сәлимовтар ғаил!һе лайыҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы. Уларҙан бер нисә мәрәй генә ҡалышҡан Аралбаевтар ғаиләһе икенсе урынға сыҡты. Утарбаевтар ғаиләһе иһә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Сәлимовтар ғаиләһе 9 ғинуарҙа Баймаҡта уҙасаҡ "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2021 йыл" район фестиваленең финал уйындарында көс һынашасаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!
Әйткәндәй, Иҫке Сибайҙа сәләмәт тормош алып барған, спорт менән дуҫ булған ғаиләләр бик күп. Алда беҙҙе тағы ла бик күп спорт саралары көтә. Уларҙа лә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы көтәбеҙ.
Сибай Утарбаев, Сибай ауыл биләмәһе башлығы.
Читайте нас: