Һаҡмар
+27 °С
Ясно
Антитеррор
Спорт
4 Января 2021, 17:22
Быйма кейеп сыҡтыҡ боҙға
#Хоккейновогодниеканикулы#СтарыйСибай
#Хоккейновогодниеканикулы
#СтарыйСибай
Быймала хоккей уйнау ысынлап та Иҫке Сибай ауылында бик матур йолаға әйләнде. Кисә генә һатын-ҡыҙҙар командалары көс һынашһа, бөгөн 4 ғинуар көнө ир-егеттәр командалары бик шәп уйын күрһәтте. Хоккей майҙансығында бөтәһе 4 команда ҡатнашты: Совет урамы йыйылма командаһы, Мәктәп ир-егеттәр командаһы, Спецназ (туғандар йыйылма командаһы), Атайсал командалары. Әйтергә кәрәк, егеттәрҙең уйыны көсөргәнешле, бик шәп тиҙлектә, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Шулай итеп уйындың һөҙөмтәләре:
беренсе урын - Атайсал командаһы,
икенсе урын - Спецназ командаһы,
өсөнсө урын - Мәктәп командаһы,
дүртенсе урынды - Совет урамы командаһы бүлеште.
Иң аҙаҡтан тантаналы рәүештә маҡтау грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды.
Шулай уҡ иң яҡшы һөжүмсе һәм иң яҡшы һаҡсы ла билдәләнеп үтелде. Бөтә ҡатнашҡан командаларга, судьяларга, ойоштороусыларға, көйәрмәндәргә ҙур рәхмәт! Афарин егеттәр!!! Киләсәктә лә шулай әүҙем, дартле, сәләмәт тормош яклы булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Рәзилә Ибраһимова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"