Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ғинуар 2021, 21:14

Билалдар - сәләмәт тормош яҡлы

#Сәләмәтлекйылы #годздоровьяБаймаҡ районы Билал ауылында "Сәләмәт бул!" ("Будь здоровь!") исемле өр - яңы проект старт алды һәм ул Сәләмәтлек йылына арналды.

#Сәләмәтлекйылы #годздоровья
. Ауыл эргәһендәге Бәләкәй тауҙағы Сәләмәтлек байрамынан кесеһе генә түгел, олоһо ла ситтә ҡалмны, хатта күрше ауылдан да килеүселәр булды. Ауылдаштарҙың һәр береһе ғаиләләре менән килеп тюбингтан эйеп кенә ҡалманы Сәғилә Ғайсина, Азалия Ғәлина, Райхана Булатова әҙерләгән тәм - томдан ауыҙ итеп, боҫрап ултырған самауыр сәйе менән һыйланды. Ҡышҡы усаҡ янында йылынып алырға ла, әле генә бешкән мундир картуфтан ауыҙ итергә лә мөмкинселек булды. "Сәләмәт бул!" проекты байрам сараһы ғына булып ҡалмаһын, һәр беребеҙ йыл буйы сәләмәт тормош алып барайыҡ, иң ҙур байлыҡ һаулыҡты нығытайыҡ.
Иртәгә иһә Билалдан Күгиҙелгә тиклем скандинав йөрөү ҡаралған. Сәләмәт тормош яҡлы булған һәр кемде саф һауала сәйәхәткә саҡырабыҙ.
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: