Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ғинуар 2021, 18:13

Башлыҡ менән хоккей

Кемдәр еңеү яуланы?

Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы күңелле тауыштарҙан гөрләп торҙо. Шулай булмай ни, бында бит район башлығы Фәнис Әминев етәкләгән Баймаҡ командаһына ҡаршы Ниғәмәт (Булат Тайбугин) һәм Сибай (Сибай Утарбаев) ауыл биләмәләре командалары ҡаршы сыҡты. Хоккей уйыны бик тә сәмле барҙы. Ҡапҡаға ингән һәр мәрәй шат ауаздар менән оҙатылды. Командалар көслө уйын күрһәтте.
Һөҙөмтәлә уйын ниғәмәттәрҙең иҫәбе менән тамамланды. Баймаҡтар - икенсе, сибайҙар өсөнсө урын яуланы. Афарин!
Читайте нас: