Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ғинуар 2021, 21:55

Хоккей ярышы үтте

Ике көслө команда осрашты.

2 ғинуарҙа Иҫке Сибайҙа уҡыусылар араһында хоккей ярышы үтте. «Элита» (7-се класс, капитаны С.Ишкильдин) һәм «Атайсал» (5-се класс, капитаны В.Янбаев) командалары осрашты. Уйын бик ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы. Аяҡ салыу, шайбаны оттороу, үтә ташлау, ҡапҡаға гол индереү, шайбаны отоу - бөтәһе лә булды. Ҡапҡасылар Р.Мәхмүтов ("Атайсал") менән Ф.Ильтининға ("Элита") ҡапҡаларға шайба индермәҫ өсөн айырыуса көс һалырға тура килде.
Судьялар Б.Х. Заиҙуллин менән Н.Р. Дәүләтбаев уйын барышын баһаланы. Тренерҙар В.К. Янбаев менән М.В. Дәүләтбаевҡа ла командаларҙы әҙерләү өсөн күп көс һалғаны күҙгә ташлана ине. Йәш хоккейсылар матур уйын күрһәтте. Уйынды Н.Р. Дәүлетбаев менән С.М. Рафиҡов ойошторҙо.
Шулай итеп уйын 6х5 иҫәбе менән «Элита» командаһының еңеүе менән тамамланды. Д.Хәмитов ("Элита") менән Р.Мәхмүтов ("Атайсал") - иң яҡшы һөжүмселәр, И.Дәүләтбаев ("Элита") менән И.Галин ("Атайсал") иң яҡшы һаҡсылар, тип танылды.
Командаларға һәм уйынды ойоштороусыларға бары тик Афарин, тип кенә әйтергә ҡала. Тағы ла матур уйындар көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: