Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Декабрь 2020, 21:06

Берҙәмлек менән көслө улар

2022 йылда Татлыбай ауылының 200 йыллығы билдәләнәсәк. Уға әҙерлекте ауыл халҡы бөгөн үк башлаған. Шул маҡсатта “Сәләмәт ауыл”, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыу ҙур этәргес көс бирә.

Берҙәмлектәре менән көслө улар
2022 йылда Татлыбай ауылының 200 йыллығы билдәләнәсәк. Уға әҙерлекте ауыл халҡы бөгөн үк башлаған. Шул маҡсатта “Сәләмәт ауыл”, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыу ҙур этәргес көс бирә.
Бында бигерәк тә Шәһит Әбделкәримов етәкселегендәге ир-егеттәр ҡоро ағзалары, айырыуса Илдус Муллағәләмов, Азат Ҡунаҡҡолов, Ғәлим Юламанов, Айгиз Яҡшыбаев һәм башҡалар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Улар көсө менән ауыл хакимиәте бинаһында урынлашҡан иҫке мәктәптең файҙаланылмаған яғында реконструкция эштәре үткәреп, спорт залы асҡандар. Әйтергә кәрәк, барлыҡ сығымды ауыл халҡы үҙе күтәрә. Электр энергияһын үткәргәндәр, ишек-тәҙрәләрен нығытҡандар. Ошо көндәрҙә йылытыу системаһы ла хәл ителгән. Бөгөн унда спорт менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәл теннисы, мат һәм башҡа спорт инвентарҙары алынған. Тәүге спорт саралары старт алған да инде. Өҫтәл теннисы, еңел атлетика, милли көрәш буйынса күнекмәләр үтә башлаған.
- Ауылыбыҙҙа дәртле, инициативалы халыҡ йәшәй, бигерәк тә ир-егеттәр ҡоро ҙур әүҙемлек күрһәтә, - тине Татлыбай ауыл биләмәһе хакимиәтенең ер эштәре буйынса белгесе Ләйсән Әхмәҙуллина. – Уларға әйтеү ҙә кәрәкмәй, барлыҡ сараларҙы үҙ ҡулдарына алып эшләй. Ауыл хакимиәте башлығы Руслан Иҙрисов уларға йүнәлеш кенә биреп тора. Баймаҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә грек-рим һәм милли көрәш буйынса тренеры Айгиз Яҡшыбаев үҙенең тыуған ауылы Татлыбайҙа милли көрәш буйынса түңәрәктәр алып барасағы хаҡында белдерҙе. Әйткәндәй, ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан 600 мең һумлыҡ сертификат алды. Бына шундай ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар беҙҙең!
Ысынлап та, Татлыбай - берҙәмлеге, татыулығы менән айырылып торған ауыл. Уларға әйтергә лә кәрәкмәй, йәмәғәт эшен дәррәү күтәреп алалар. 2021 йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ярҙамында мәктәптең ҡыйығын ремонтлау мөһимлеге тураһында тәҡдим яңғырау менән, ауыл халҡы үҙҙәренә тәғәйен сумманы туплай ҙа башлаған. “Өс көн эсендә 90 мең һум аҡса йыйырға өлгәштек. Бында йәштәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡ етәкселәре һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙур өлөш индерҙе”, - тип шатлығын йәшермәне Ләйсән Әхмәҙуллина.
Татлыбайҙа спортты үҫтереү, сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса етди саралар алып барылыуы һөйөндөрә. Ошо көндәрҙә балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығына ҡоролмалар ҡайтарылған. Тимәк, татлыбайҙар ауылдарының 200 йыллығын лайыҡлы ҡаршылаясаҡ, тигән ышаныс бар.
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас: