Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь 2020, 21:15

Хәҙер беҙ ҙә хоккей уйнайбыҙ!

17 декабрь Ниғәмәт ауылы спорт һөйөүселәре өсөн бик шатлыҡлы ваҡиға булды: Таулы йылғаһы буйында хоккей майҙансығы асылды.

17 декабрь Ниғәмәт ауылы спорт һөйөүселәре өсөн бик шатлыҡлы ваҡиға булды: Таулы йылғаһы буйында хоккей майҙансығы асылды. Майҙансыҡты эшләүгә Зәкир Шәрипов, Илшат Мөхәмәтғәлиев, Самат Шәрипов, Айбулат Ғүмәров, Азат Абайдуллин, Фирғәт
Мансуров, Дамир Ғайсин, Ғәфүр Йосопов, Илшат Сәлихов, Азамат Йәһүҙин, Мораҙым Ниғмәтуллиндар тос өлөш индерҙе. Шулай уҡ Ниғәмәт ауылының "Сәләмәт ауыл-2019" конкурсында алған Гран при аҡсаһы ла майҙансыҡты эшләүгә тотонолдо. Спорт майҙансығы Рәмил хәҙрәт Хәсәновтың фатихаһы менән асылды. "Һаҡмар һандуғастары" вокаль ансамбле дәртле таҡмаҡтар башҡарҙы. Ниғәмәт ауыл хакимиәте башлығы Булат Фәрит улы Тайбугин ауылдаштарҙы ҙур спорт ваҡиғаһы уңайынан тәбрикләне, майҙансыҡты эшләүҙә ярҙам күрһәтеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. ФОК директоры Илшат Хәмитов, биләмә ҡоролтайы етәксеһе Юлай Кәримов сәләмәт тормош алып барырға өндәп сығыш яһанылар. Майҙансыҡ таҫмаһы киҫелгәндән һуң, хоккейсылар көҙгө кеүек ялтырап ятҡан хоккей боҙона баҫты. Ауылдың ололар һәм йәштәр командалары араһында иптәштәрсә ярыш үткәрелде. Район спорт комитеты вәкиле
Илшат Хәмитов иң яҡшы уйынсыларға үҙ призын тапшырҙы. Ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары бар халыҡты эҫе сәй менән һыйланы.
Хоккей майҙансығы ҡотло булһын, гол тауыштарынан гөрләп торһон, олоһо ла, кесеһе лә спорт менән дуҫ булһын! Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!
Гөлбикә Кейекбаева.
Читайте нас: