Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
10 Декабря 2020, 11:35
Хоккей уйнарға әҙерләнәбеҙ
Иҫке Сибай ауылында был спорт төрө киң үҫешкән. Түҙемһеҙлек менән миҙгел асылыуын көтәбеҙ.
Иҫке Сибай ауылында бына бер нисә йыл инде ҡыш айҙарында хоккей майҙансығы эшләп килә. Йәштәрҙең һәм балаларҙың яратҡан урыны ул! Күптәр буш ваҡыттарын нәҡ сәкән һәм коньки менән үткәрергә ярата. Быйылғы ҡыштың ғәҙәттәгенән һуңлап килеүе, ошо көнгә ҡәҙәр ҡар булмауы бер аҙ тотҡарлыҡ яһаһа ла, ниһайәт, күмәк көс менән боҙ майҙансығы булдырылды. Хоккей уйнарға яратыусылар, ял көндәрендә өмә яһап, майҙансыҡҡа бер нисә йөк ҡар ауҙарҙылар һәм уны тигеҙләп, түшәп сыҡтылар. Ә "Сибай" торлаҡтан файҙаланыу идаралығы эшселәре үҙҙәренең етәкселәре Наил Рәфҡәт улы Дәүләтбаев менән бергә майҙансыҡҡа һыу һибә һәм уның тигеҙлеген контролләй. Ошо көндәрҙә боҙ майҙансығында йәнә күңелле уйындар башланасаҡ!
МОТАЛ РӘМОВ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"