Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Декабрь 2020, 12:05

Спортҡа ылыҡтыр ҙа - сертификат ал!

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовтың беҙҙең районға эш сәфәре матур һәм күңелдәргә үтеп ингән йәнле һөйләшеү, онотолмаҫ тантанаға әүерелде. Сөнки нәҡ ошо көндө Урал аръяғының иң яҡшы ирекмәндәре һәм спортсылары тәбрикләнде...

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовтың беҙҙең районға эш сәфәре матур һәм күңелдәргә үтеп ингән йәнле һөйләшеү, онотолмаҫ тантанаға әүерелде. Сөнки нәҡ ошо көндө Урал аръяғының иң яҡшы ирекмәндәре һәм спортсылары тәбрикләнде.
Министр республиканың спортты үҫтереү буйынса алдынғы урында барыуы, Башҡортостан спортсыларының Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә чемпион булыуҙары, Баймаҡта яңынан төҙөлөш тергеҙелгән стадион, Темәстә асыласаҡ бассейн, физкультура-һауыҡтырыу комплексы тураһында һөйләп үтте. Руслан Таһир улы шулай уҡ ауылдарҙа эшләгән тренерҙарға балаларҙы һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп иткәне өсөн оло рәхмәтен еткерҙе. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев баймаҡтарҙың спортҡа ныҡлы иғтибар биреүен, уларҙың юғары кимәлдәге ярыштарҙа миҙалдарға лайыҡ булыуын оло ғорурлыҡ менән әйтеп үтте. Фәнис Ғәбдрәшит улы шулай уҡ ҡалала асыласаҡ япмалы катокка бәйле уй-маҡсаттары менән уртаҡлашты.
Артабан министр һәм район башлығы был көндө бәхет йылмайған иң-иңдәрҙе тәбрикләне. Шулай итеп, “Мы вместе” иҫтәлекле миҙалы һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының грамотаһына Нурзилә Аҙнағолова, Заһит Ғүмәров (Баймаҡ), Арсен Аптиков (Йылайыр районы), Ринат Ғөбәйҙуллин (Ейәнсура районы) лайыҡ булды. Был – пандемия башланғандан алып халыҡҡа ярҙам итеүгә бар көсөн һалған иң шәп ирекмәндәр.
Сибай ҡалаһынан Данис Папикян, Кристина Сафронова пауэрлифтинг буйынса Рәсәй спорт мастеры тигән юғары дәрәжәгә лайыҡ булды.
“Ауыл тренеры” тигән проект та беҙҙең районда уңышлы тормошҡа ашырыла. Шуға күрә уның буйынса 600 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булған Айгиз Яҡшыбаев (грек-рим көрәше буйынса тренер), Әмир Әхмәров (көрәш), Достон Рөстәмов (бокс), Рәфис Вәлиевты (еңел атлетика) бар күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ә бына Юлыҡ мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илфат Дәүләтбаев һәм билдәле тренер Ғәйфулла Саринға “Башҡортостан Республикаһының физкультура һәм спорт буйынса иң яҡшы хеҙмәткәре” почетлы билдәһе тапшырылды.
Юғары наградаға лайыҡ булған ирекмәндәрҙе, спортсыларҙы бар күңелдән ҡотлап, уларға киләсәктә лә юғары уңыштар булыуын теләйбеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: