Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Октябрь 2020, 13:47

Шашка буйынса – яңы чемпион!

Был исемгә кем лайыҡ булды?

Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында уҙған рус шашкаһы буйынса ярышта яңы чемпион билдәләнде. Ул - Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Илья Захаров! Илья балалар ижады үҙәгендә тәжрибәле тренер Зөлфәр Зөбәйеров ҡарамағында шөғөлләнә. Ильяның уңышы осраҡлы түгел Ул район шашкасылары араһынан берҙән бер спорт мастерына кандидат исемен яулаған, республика һәм Рәсәй турнирҙары призеры. Уҙған йылда уҡыуҙа һәм спортта яулаған ҡаҙаныштары өсөн Илья Захаров Мәскәү ҡалаһында уҙған Кремель шыршы байрамында ҡатнашты.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шулай уҡ Зөлфәр Зөбәйеров ҡарамағында шөғөләнеүселәр Рания Ғөбәйҙуллина, Юлиә һәм Эльвина Ҡолмөхәмәтовалар иң яҡшылары булып танылды.

Читайте нас: