Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Октябрь 2020, 00:46

Ҡуянтау - Баймаҡ араһын йүгереп кенә үттек беҙ...

Кемдәр беренсе булып финишҡа килеп етте?

Күптән инде матур йолаға әйләнгән “Ҡуянтау – Баймаҡ” марафонында баймаҡтар ғына түгел, күрше Сибай һәм башҡа райондарҙан да спортты һөйөүселәр ҙур теләк менән ҡатнаша. Улар алдында торған дистанция ла яҡын түгел – 12 саҡырым. Ләкин сәләмәт тормош алып барыусылар уны “һә” тигәнсе үтер көскә эйә. Сираттағы марафон Башҡортостан Республикаһының суверенитетына Декларация ҡабул ителеүенә – 30, ә Баймаҡ районының ойошторолоуына 90 йыллығына арналды. Ир-егеттәр старт һыҙығына - Ҡуянтауҙан, ҡатын-ҡыҙҙар, уҡыусылар, физик мөмкинлектәре әҙерәк булғандар Л.Пономаревтың обелискыһынан баҫты.
Ярыш булғас, еңеүсеһе лә бар. Урындар түбәндәгесә билдәләнде.
12 километрға йүгергән 17 йәшкә тиклемге егеттәр араһынан беренсе урынды Сибай педагогия училищеһы студенты Зөлфәр Бараков яуланы. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Линар Юлдашбаев – икенсе, Ҡуянтау мәктәбе уҡыусыһы Тимофей Юлбахтин өсөнсө урындарҙы алды. Ошо уҡ йәш категорияһы араһында 6 саҡрымға йүгереүселәр араһынан Сибайҙан Лилиана Туҡтамышева беренсе булып финиш һыҙығын үтте. Темәс мәктәбе уҡыусыһы Әлиә Игебаева – икенсе, Баймаҡ лицей-интернатынан Айгөл Ғәлина өсөнсө урындарға сыҡты.
Шулай уҡ 12 километрға йүгергән 18-35 йәшлектәр араһынан БДУ-ның Сибай институтынан Ғәҙел Булатов еңеүсе булып танылды. Шулай уҡ Сибайҙан Рәмзил Булатов менән Баймаҡтан Алексей Марущак киләһе урындарҙы бүлеште. Ошо уҡ йәш категорияһынан 6 километрға йүгереүселәр араһынан Сибайҙан Айгөл Уйылданова - беренсе, БДУ-ның Сибай институтынан Гөлдәриә Салихова – икенсе, Сибай педагогия колледжынан Әлиә Хәләфетдинова өсөнсө урындарҙы алды.
12 километрға йүгергән 36-49 йәшлек ир-егеттәрҙән Сибайҙан Эльдар Сафин беренсе булып финиш һыҙығын үтте. Баймаҡ ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Рәфис Вәлиев – икенсе, Сибайҙан Артур Сафин өсөнсө урындарҙы яуланы.
50 йәш һәм унан өлкәндәр категорияһында 6 километрға йүгергән Һаҡмар ауылынан Зөһрә Арғынбаева еңеүсе булып танылды. Аҡморон ауылынан мәғариф ветераны, йүгереү буйынса күп тапҡырҙар еңеү яулаған Алһыу Баййегетова менән Сибайҙан Регина Туҡтарова, конкурстан тыш 12 километрҙы “һә” тигәнсе йүгереп үтте. Афариндар!
50 йәштән олораҡтар категорияһында 12 километр дистанцияны беренсе булып Сибайҙан Дамир Хәсәнов яуланы. Басайҙан Фәттәх Иҫәндәүләтов - икенсе, Баймаҡтан Хәйҙәр Моталлапов өсөнсө урындарҙы алды.
“Иң йәш ҡатнашыусылар” номинацияһында бер туғандар Рәлиә менән Ислам Яҡшығоловтар билдәләнде.
Еңеүселәрҙең барыһына ла Почет грамоталары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: