Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Октябрь 2020, 01:13

Баймаҡ тренерына 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды

Уға кем лайыҡ булды?

Баймаҡ ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Айгиз Яҡшыбаевҡа 600 мең һумға сертификат тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡҡа эш сәфәре менән килгәндә райондың 3 тренерына ”Ауыл тренеры” программаһына ярашлы 600 мең һумлыҡ сертификат бирәсәге тураһында белдергәйне. Ошо көндәрҙә республиканың Баймаҡ, Бәләбәй, Өфө һәм Кушнаренко райондарынан биш тренерына Өфөлә уҙған грек-рим көрәше буйынса Кубокты асыу тантанаһында Радий Хәбиров үҙ ҡулдары менән тапшырҙы.
Йыл һайын 100 тренерға “Ауыл тренеры” программаһы буйынса 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ. Уға йорт һатып алыу йәки төҙөү, йәки йорт һалыу өсөн ер биләмәһе һатып алыу мөмкинлеге бирелә.
Айгиз Юлай улы Яҡшыбаев – милли көрәш буйынса тренер. Районыбыҙҙың милли көрәш буйынса спортсылары майҙан батыры исемен яулар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас: