Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Октябрь 2020, 23:10

"Йылым батыры - 2020"

Бөгөн Йылым ауылында шаулап-гөрләп ҙур байрам уҙҙы. Кем был исемгә лайыҡ булды?

Ниһәйәт..... Хөрмәтле ауылдаштар, билдәле сәбәптәр арҡаһында, оҙаҡ ҡына ял итеп алғандан һуң,ауылда бөгөн күләме ҙур байрам-"Йылым батыры-2020" уҙҙы. Билдәле булыуынса, был сара беренсе тапҡыр, милли халыҡ уйындарына таянып, 2019 йыл үткәрелгән ине.
Бөгөнгө ярышта бик матур башланып китте. Ауылға яңғырап торған музыка, көндөң дә бик матур һәм йылы тороуы, халыҡтың да күп булыуы бөтәһенә лә байрам кәйефе өҫтәне. Ярышыусылар бөгөнгө көндә онотолоп барған, ләкин йылымдар тарафынан яңынан тергеҙелгән милли уйындар - суҡмар ташлау, һөңгө ырғытыу, тәгәрмәсте ваҡытҡа әйләндереү, турникта тартылыу, таш күтәреп һалыу һәм быйыл беренсегә уйлап сығарылған таяҡ тартыш бәйгеһендә көс һынашты.
Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Бигерәктә йәш егеттәрҙең күп ҡатнашыуы бәйгегә тағы ла сәм өҫтәне.
Бәйгенең иң оло ҡатнашыусылары булып Кейекбирҙин Юлдаш Юнир улы һәм Ишбаев Рөстәм Миңлеғәле улы булды. Иң йәш ҡатнашыусы булып Кейекбирҙин Мортаза Мирза улы танылды. "Еңеүгә ынтылыш "номинацияһында Рәхмәтуллин Наил Айрат улы билдәләнде.
Өсөнсө урынды ике егет Айсур Артур улы Кейекбирҙин менән Айгиз Айрат улы Кейекбирҙин бүлеште. Икенсе урынды Зекриә Артур улы Кейекбирҙин лайыҡлы рәүештә алды. Беренсе урынды Йылым ауылы ҡунағы Мөхәммәтов Айнур атлы егет яуланы. Ә бәйгенең абсолют еңеүсеһе, "Йылым ауылы батыры-2020"тип Кейекбирҙин Морат Иҙрис улы танылды. Бәйгелә ҡатнашҡан Кейекбирҙин Морат Мирза улы, Кейекбирҙин Ғайсар Юлдаш улы, Рәхмәтуллин Ишморат Ибраһим улы, Йылым ауылы кейәүе Әхмәр, Ишдәүләтов Рәфил Рәшит улы ла бик матур һәм сағыу һөҙөмтә күрһәттеләр. Ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ байрамға килгән балаларға ла бүләктәр таратылды. Ошо матур сараны ойоштороп алып барған Кейекбирҙин Зариф Шаһимарҙан улына, Абдуллин Руслан Далха улына , Кейекбирҙин Шәһит Шаһимарҙан улына, сәй өҫтәле әҙерләп , ҡайнар сәй менән һыйлап торған еңгәйҙәргә, апайҙарға, шулай уҡ байрамды ойоштороуға матди ярҙам күрһәткән Йәмил һәм Иҙел Азамат улдары Әхмәровтарға, Ильсур Рәхмәтуллинға, Руслан Абдуллинға, Шәһит Кейекбирҙинға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Афарин беҙҙеккеләр! Ошо ихласлыҡты , еңеүгә ынтылышты юғалтмай, балаларыбыҙға ла иң матур һыҙаттарыбыҙҙы бирергә яҙһын! Тыуған ауылыбыҙ гөрләп торһон!
Йылым ауылы халҡы.
Читайте нас: