Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Октябрь 2020, 15:31

Ҡуянтау - Баймаҡ марафоны үтәсәк

Ҡасан? Нисәлә? Унда ҡатнашыу өсөн тәүҙә кемгә мөрәжәғәт итергә? Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.

Спорт һөйөүселәргә!
10 октябрҙә Ҡуянтау - Баймаҡ марафоны үтәсәк.
8.30 - "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексы алдында ярышта ҡатнашыусыларҙы теркәү.
10.00 - автобус ҡуҙғаласаҡ.
11.00 - 6 һәм 12 км йүгереүселәр өсөн Л. Пономарёв обелискыһынан һәм Ҡуянтау ауылынан старт.
Марафонда ҡатнашыуға врачтарҙан алған белешмәләре булыусыларға ғына рөхсәт биреләсәк. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ГТО сайтында теркәлеү мотлаҡ: https://www.gto.ru/.
Шулай уҡ 10 октябрҙә ҡаланың 3-сө мәктәбенең бәләкәй спорт залында өҫтәл теннисы буйынса ярыш үтәсәк.
Бөтә булған һорауҙар буйынса түбәндәге телефон буйынса шылтыратырға: 89373467192 – Зөһрә Мотаһар ҡыҙы.
Фото Баймаҡ спорт комитеты сайтынан алынды.
Читайте нас: