Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь 2020, 17:42

Мәргән уҡсылар көс һынашты

19 сентябрҙә Иглин районында V төбәк-ара "Мәргән уҡсы" фестивале үтте. Унда Баймаҡтың "Ирәндек уҡсылары" командаһы ла уңышлы сығыш яһаны.

19 сентябрҙә Иглин районында V төбәк-ара "Мәргән уҡсы" фестивале үтте. Унда Мәскәү, Ярославль, Һамар, Удмурд, Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡала-райондарынан 50-нән ашыу уҡсы ҡатнашты. Беҙҙең "Ирәндек уҡсылары" командаһынан бөтәһе 8 уҡсы тулыландырҙы. Ярыштың һөҙөмтәһе буйынса беҙҙең команданың капитаны Хөрмәт ағай Таһиров "Мәргән" һәм "3D һунары" турнирҙарында беренсе урынды алып "Мәргән уҡсы" фестиваленең еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды. Беҙ уның еңеүенә сикһеҙ шатбыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ. Айнур Йәрмөхәмәтов 4-се урынды алыуын айырым әйтеп үтер кәрәк. Беҙҙең команданан шулай уҡ Ишморат Хәбиров менән Ғәфүр Рахманғолов 5-6-сы урындарҙы бүлеште. Ҡалған уҡсыларыбыҙ ҙа һынатманы, бик көслө сығыш яһанылар.
Шулай Баймаҡ районында уҡ атыу оҫталығы күҙгә күренеп артҡандан-арта бара. Баймаҡтарҙың республика буйынса иң көслө уҡсылар районына әйләнер, тип ышанабыҙ. Аллаһ бирһә, тағы ла күберәк еңеүҙәргә лайыҡ булырға яҙһын.
Читайте нас в