Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Сентябрь 2020, 10:23

"Күл буйына килһәң ине"

Түбәнге Яйыҡбай ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә "Күл буйына килһәң ине" тип исемләнгән ретро фестиваль үтте.

Түбәнге Яйыҡбай ауылында бик матур бер сара уҙғарылды????✌???? Ул "Күл буйына килһәң ине" тип исемләнгән ретро фестиваль????????????
Эйе, был йыл һайын уҙғарыласаҡ фестиваль буласаҡ.????????????Иҫ китмәле тәбиғәт ҡосағында, тирә-яҡтың алтынға мансылған сағында үтте был байрам???????????? Уға үҙҙәренең баҡсаларында үҫтергән аллы-гөллө сәскәләрен тотоп????????????үҙҙәре шул сәскәләрҙән дә матур итеп кейенгән барса ауыл халҡы йыйылды.
Моңло баян тауышы менән бергә апайҙар, еңгәйҙәр "Күл буйына килһәң ине", "Һағыныу йыры", "Беренсе мөхәббәт", " Йәшлегем", "Йәш ғүмер", "Сайҡалалар кәмәләр", " Үтте лә китте йәшлегем" һ.б. йырҙарын йырланы,???????????? йыраҡта, бик йыраҡта ҡалған йәшлек йылдарын хәтергә төшөрҙө.
Байрам ул тиклегем дә сағыу булмаҫ ине, әгәр ҙә ауылдашыбыҙ Рәүефтең кәмәһе булмаһа⛵⛵⛵Беҙ уға сарала ҡатнашыусылар исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ???????????? Был иҫ киткес, хәтерҙә оҙаҡ ҡалырлыҡ, тулҡынландырғыс тамаша булды.
Шуға ла кемдәр ретро йырҙарҙы, "аулаҡ өйлө һәм гармунлы" йәшлеген иҫкә төшөрөргә, шул йылдарҙағы хистәргә ҡабаттан ҡайтҡыһы килә, алла бирһә киләһе йылда үтәсәк"Күл буйына килһәң ине" тип исемләнгән ретро фестиваленә рәхим итегеҙ.
Читайте нас: