Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Сентябрь 2020, 14:15

Уҡтан атып ярыштыҡ

Үрге Яйыҡбай ауылында Көрәй батыр иҫтәлегенә арналған милли яндан уҡ атыу ярышы үтте. Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Белорет, Ишембай райондарынан, Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан 46 уҡсы көс һынашты.

Ярыш бик тә сәмле барҙы. Береһенән береһе оҫта, мәргән уҡсылар майҙанға сыҡты.

Ярыш булғас еңеүсеһе лә була. Ә урындар түбәндәгесә булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 1-се урынды Бөрйән һылыуы Әлиә Ишморатова яуланы. Ул 293 мәрәй йыйҙы. 2-се урынға 276 мәрәй туплап, Учалынан Динә Вәлиева сыҡты. Киләһе урынды иһә Әбйәлилдән 226 мәрәй йыйған Гүзәлиә Хәлилова алды.

Ир-егеттәр араһынан еңеүҙе Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһиров яуланы. Ул 309 мәрәй тупланы. Икенсе урынды ла Сибайҙан килгән Ишморат Хәбиров алды, уның иҫәбендә 242 мәрәй. Өсөнсө урынға Бөрйән районынан Дим Юлбирҙин сыҡты, 234 мәрәй.

Иң оло уҡсы булып Баймаҡтан Әхәт Өмөтбаев менән Учалынан Нилә һәм Юнир Исламовтар танылды. “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһы Ишембай районынан Карина менән Мира Кәримовалар, Белореттан Нуриман Хәйруллин, Учалынан Айҙар Исламовтарға бирелде.

Читайте нас: