Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Август 2020, 16:42

Баймаҡта - Эльбрус Ниғмәтуллин!

Күптәр аптырашта ҡалғандыр, моғайын - Эльбрус Ниғмәтуллин һәм скандинав йөрөш араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар икән, тип. Ни тиһәң дә илебеҙҙең иң көслө кешеһе, ҡарамаҡҡа еңел генә күренгән спорт менән шөғөлләнә башлаған бит. Баҡтиһәң, скандинав йөрөш ул атлау ғына түгел, ә кеше һаулығын нығытыуға булышлыҡ иткән, ғәйәт ҙур көскә эйә булған спорт төрө лә икән. Быларҙың барыһын да Эльбрус Ниғмәтуллин баймаҡтар өсөн күрһәткән оҫталыҡ дәресе барышында һөйләне. Осрашыу ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында барҙы.

- Баймаҡ халҡы спорт менән дуҫ. Бөгөнгө сараға сәләмәт тормош алып барған бәләкәй балаларҙан алып оло йәштәгеләрҙең барыһы ла килде, - тине район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Эльбрус Ниғмәтуллиндың иһә Баймаҡ ҡалаһына махсус рәүештә беренсе тапҡыр килеүе булһа ла, баймаҡтарҙы бик яҡшы ишетә, белә, күрә йөрөүе хаҡында әйтеп, беҙҙең төбәктә көслө рухлы халыҡ йәшәй, тип белдерҙе.

Артабан ул үҙенең командаһы менән скандинав йөрөштөң үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һуңынан баймаҡтар менән бергә парк буйлап йөрөп, күнекмә уҙғарҙы.

Һүҙ юҡ, беҙҙә күптәр был спорт төрө менән яратып шөғөлләнә. Был көндө тәүге тапҡыр ҡулдарына скандинав таяҡтарын алыусылар ҙа булды. Шуныһы һөйөндөрә – илебеҙҙең иң көслө кешеһе менән уҙған бер көн халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән ине һәм ул барыһына ла бик яҡшы кәйеф бүләк итте.

Читайте нас: