Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Май 2020, 13:26

Иң яҡшы шахматсы ғаиләләр билдәләнде

Баймаҡта шахмат буйынса онлайн-турнир үтте.

Районыбыҙҙа бер нисә быуын шашкасы һәм шахматсы тәрбиәләгән Зөлфәр Зөбәйеров Халыҡ-ара ғаилә көнөнә ҡарата ғаиләләр араһында шахмат буйынса онлайн-турнир уҙғарҙы. Унда 32 кеше ҡатнашты. "Бер туғандар" номинацияһында Искәндәр һәм Денислам Фәизовтар иң күп мәрәй йыйып, еңеү яуларға өлгәште. Икенсе урынды Руслан и Ринат Маркеловтар алды.
Өсөнсө урынға иһә ағалы-ҡустылы Рәмзил менән Рәил Хәсәновтар сыҡты.
"Атай һәм ул" номинацияһында Илгиз һәм Абдул-Азиз Зөбәйеровтар иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. "Әсә һәм ул" номинацияһында Гөлшат менән Вилдан Ғайсиндар билдәләнде. Эльвина и Юлиә Килмөхәмәтовтар - "Бер туған апай һәм һеңле", Хәйризаман Үтәев үҙенең ейәне Арслан менән "Ҡартатай һәм ейән" номинацияһында билдәләнделәр.
Читайте нас: